

– Беҙ ейгән аҙыҡтар тәнебеҙгә һәм аңыбыҙға йоғонто яһай. Мәҫәлән, кеше алкоголь эсһә, үҙгәрә, ә әгәр йыш эсһә, һаулығы бөтә. Шуның шикелле, туҡланған ризығыбыҙ ҙа беҙҙе үҙгәртә.
Вегетарианлыҡ – ул оҙаҡ йәшәүгә, һаулыҡҡа, үҙ-үҙеңде аңлауға юл. Физиологик күҙлектән ҡарағанда, йәнлек ите тәнебеҙгә тап килмәй. Быны биохимиктар ҙа иҫбат итте. Бөтә ауырыуҙар ҙа – иттән. Беҙ «эсебеҙгә» теләһә нәмә ташлайбыҙ. Ә бит кеше «всеядный» түгел. Был уның бөтә нәмәне лә (алкоголде, тәмәкене, наркотикты) ҡулланып ҡарарға теләгәндән барлыҡҡа килгән. Ысынында, уларҙың береһе лә кешегә тура килмәй. Йәнлектәрҙе ҡарайыҡ: юлбарыҫ ит ашай – әфлисун ҡаптырып булмай; һыйыр, йылҡы малы бесән ашай – ит түгел. Йәнлектәргә ҡәтғи ашау программаһы һалынған. Ә кешегә һайлау мөмкинлеге бирелгән.
Ит беҙҙең аңыбыҙға насар тәьҫир итә, деградацияға килтерә. «Яфа сигеү юлы» тип атала ул. Был хаҡта «Урал батыр» эпосында яҙылған. Биохимиктар әйтеүенсә, иттәге аҡһым беҙҙең организмға тап килмәй, ул күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығара. Хәҙер шуға «аутоиммун сирҙәр» күбәйҙе.
Ит – шулай уҡ көслө наркотик, баш тартып ҡарағыҙ: бер аҙна, бер ай – сыҙауы ауыр. Сәй, ҡәһүә – шулай уҡ.
Милләтебеҙҙең аң кимәлен күтәреү буйынса эш алып барабыҙ, ләкин әлегә ауырыраҡ.
Үҙебеҙ ҡырҡ йәшкә тиклем ит ашаныҡ, хәҙер бына баш тартҡаныбыҙға һигеҙ йыл. Беҙ йәшелсә-емеш, итһеҙ ҡуллама, үлән һәм йәшелсә аштары, бутҡалар (ҡарабойҙай, дөгө), рагу, яҫы борсаҡ (чечевица), былау кеүек ризыҡтар менән туҡланабыҙ. Сәй, ҡәһүә урынына боланут сәйе эсәбеҙ. Һаулығыбыҙ яҡшырҙы, аңыбыҙ таҙарҙы, хатта йәшәрҙек тә кеүек. Ҡатын-ҡыҙға тәбиғәттән көслө интуиция бирелгән, ирҙәрҙеке һүлпәнерәк. Әммә минең интуиция көсәйҙе, таҙарыныуым күҙгә күренмәгән пәрҙәләрҙе асты.
Хөрмәтле дуҫтар, ә һеҙ был фекергә нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙ был ризыҡтарҙан баш тартыр инегеҙме?