

Тимур Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем алды. Яҡшы уҡыны, олимпиа-даларҙа ҡатнашты, спорт менән шөғөлләнде, футбол, хоккей уйнай торғайны. Маҡтау ҡағыҙҙары әле лә өйҙә һаҡлана, – тип хәтерләй әсә. –
9-сы кластан һуң Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына уҡырға инде. Әммә ике йыл ярымдан, һөнәрем күңелемә ятмай, тип, уҡыуын ташлап, «Аҡбуҙат» ипподромына эшкә урынлашты. Әрмегә барып, Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтты. Өфөлә эшен дауам итте, водитель дә булды.
Мөхәббәт тә килә йәш егеткә, Ҡариҙел ҡыҙы Глория менән Яңы йылдан һуң никах уҡытып, мөнәсәбәттәрҙе законлаштырып ҡуйырға һөйләшә йәштәр. Тик уларҙың уй-хыялы тормошҡа ашмай ҡала. 2021 йылдың 28 сентябрендә Тимурҙы мобилизациялайҙар.
– Аңламай ҙа ҡалдым. Улымды һуғышҡа алып китеп баралар, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Сик буйын һаҡларҙар ҙа Яңы йылға әйләнеп ҡайтырына ышандым, – ти әсә. Тимур үҙе лә, ике айҙан һуң ҡайтырмын, тип киткән була. Яугирҙәрҙе Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында бер ай уҡытып әҙерләйҙәр ҙә алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр...
------
Тимур Йәлил улы Ҡасимовҡа һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ өсөн» һәм Генерал Шайморатов ордендары килә. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында яугиргә бағышлап таҡтаташ асалар, ул уҡыған класта «Герой партаһы» булдырылған, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы биләмәһендә Тимурға исемләп ағас ултыртҡандар.
Роза Хөснуллина
Фото Гөлнур Фәхретдинованың ғаилә архивынан