+30 °С
Болотло

Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла! Фекер табыны

– Бөгөнгө көндә ҡыҙ баланы тормошҡа әҙерләү, кейәүгә сығып, ҡәйнә менән һыйышып йәшәргә өйрәтеү бармы? Элек еңгәләр кәңәштәрен бирһә, хәҙер кем башҡара был эште? Иң мөһим һабаҡ ниндәй булырға тейеш?

Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла! Фекер табыныУлым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла! Фекер табыны
Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла! Фекер табыны

Рәйлә апай:

– Тормош ныҡ үҙгәрҙе, бөгөн бала мәғлүмәтте интернеттан ала, яуапты шунда эҙләй. Оптимал­ләш­­тереү тәрбиә мәсьәләләренә лә ҡағылмай ҡалмай. Ғаилә институты, өйҙәге тәрбиәнең тотҡан урыны йылдан-йыл көсһөҙләнә барған кеүек тоям. Шул уҡ ваҡытта нигеҙ барыбер ҙә ғаиләлә һалына. Ҡыҙҙарыма һәр саҡ, тәрбиәле йөрөгөҙ, ҡәйнәгеҙҙе хөрмәт итегеҙ, күстәнәс менән барығыҙ, тип өйрәттем. Ҡәнәғәтмен.

Рәйфә апай:

– Ғаиләлә һалына барыһы ла. Һәр кем ғәзиздәренә тик изгелек теләй. Йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаған кеүек ғаилә институтын да беҙ һаҡларға бурыслы.

Кейәүгә сығырға уйлағанһың икән, егетеңдең яҡшы яҡтары менән бергә бөтә етешһеҙлеген дә ҡабул ит. Түҙемле бул. Түҙә-түҙә тәрбиәләп алаһың ул ирҙе. Әллә ниндәй вазифалар биләһәң дә, ғаиләлә йылы мөнәсәбәт тыуҙы­рыу – һинең бурыс. Балаларым, минең әсәйем мәктәптә генә директор, өйҙә ул – әсәй, тип әйтә торғайны.

Фәриҙә апай:

– Ҡыҙҙарым үҙ-ара бик татыу, кәңәш һорап апайҙарына, еңгәләренә шылтыратырға тартынмай. Мәғлүмәт заманында йәшәһәк тә, ғаилә институты юҡҡа  сыҡмаған, тимәк. Әлбиттә, йоғонтоһо элекке кимәлдә үк түгелдер. Ҡыҙҙарым үҫкәндә минең менән бергә бешеренә, емеш-еләк йыя, баҡса ҡарай, өй йыйыштыра икән, һәр нәмәне яйлап өйрәнә; атаһы менән нисек һөйләшәбеҙ, үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ – шуны ла ҡарап, һеңдереп йөрөй улар. Шулай булғас, ғаилә тәрбиәһе үтә мөһим, тип иҫәпләйем. Беҙ үҫкәндә әсәйҙәр менән кейәүгә сығыу, бала табыу кеүек темаларға һөйләшмәнек, ә хәҙер йәштәр, киреһенсә, балалары менән иң сетерекле нәмәләр тураһында ла асыҡтан-асыҡ әңгәмәләшә ала – минеңсә, был ыңғай күренеш.     

Гөлсирә апай:

– Тыуғандан бирле ҡыҙ бала әсә, ҡатын булырға әҙерләнә. Ҡурсағын бәүетә, кейендерә, уйынсыҡ сынаяғына «сәй яһай»... һәм гел генә әсәһен ҡабатлай. Шул инде «тәүге орлоҡтар». Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, тигәндәре буштан сыҡмаған. Үҙеңде тотошоң, һәр хәрәкәтең, һүҙең менән тәрбиәләйһең барыбер.  

Беҙ үҫкәндә психолог-социологтар булманы, донъя аҡылын ынйы шикелле үҙем йыйып теҙҙем. Әсәйемә кәңәшкә кешеләр күп килде, дәрес әҙерләгән арала барыһы ла ҡолаҡҡа керә, апай-еңгәләрҙең серҙәрен ишетеп, һығымталар яһап ултырҙым.

Нигеҙ ныҡ булһа, йорт һәйбәт тора. Ғаиләлә нигеҙ ул – тоғролоҡ. Был һүҙгә барыһы ла – бер-береңә ихтирам да, мөхәббәт тә, аңлашып йәшәү ҙә ингән. Шул бөтәһенә лә түҙергә, ваҡлыҡтарға иғтибар итмәҫкә көс бирә. Эске матурлыҡ мөһим. Сибәрлеккә ҡыҙығыу ғына яҡшыға алып бармай. Кешенең төрлө сағы була, һылыуҙар ҙа ауырый, бала ҡарағанда өлгөрмәй китә, йылдар үтеү менән тулылана, өлкәнәйә. Ә ирҙең, ҡатынын халатта күреү менән, «мөхәббәте» юҡҡа сыға. Ҡасандыр үлеп ғашиҡ булышҡандары, ошо ҡатындың үҙен данлағаны, матди яҡтан да терәк булыр өсөн көнө-төнө эшләгәне хаҡында уйлап та бирмәй ул, сөнки бар иғтибары тышҡы матурлыҡта булған. Һис кенә лә, үҙеңде ҡарап йөрөргә кәрәкмәй, тип әйтергә теләмәйем. Мин йәш саҡта, эштән ҡайтҡас, тағы ла бейегерәк үксәле туфли кейеп, аш-һыу бүлмәһенә инеп китә инем. Яратҡан кешеңә оҡшарға, йылмайып йөрөргә тырышаһың.

Ҡосаҡлашып үбешеүҙән, секстан башланған ғаиләнең дә килә­сәге оҙон булыуы икеле – бер-береңә ҡыҙыҡһыныу ваҡыты үтә икән, юҡҡа сығыусан. Хәҙерге кино-фәләнгә ҡарап фекер йөрө­төү­селәргә был һүҙҙәрем «борон­ғо» кеүек яңғырар, әммә тап шул күпте күргәнлегем миңә ошолай тип әйтергә хоҡуҡ бирә лә инде.

Бөгөнгө көндә туҡмалып йәшәргә ярамай. Хыянатты ғәфү ит, тип тә кәңәш бирә алмайым. Ҡалған ауырлыҡтар, яратаһың икән, еңеп сығыла.

Баланы эшкә һөйөү менән үҫтерергә кәрәк: ул бынан ҡәнәғәтлек кисерһен. Сөнки эш менән барыһына ла ярап була. Ҡайҙа ла тәүҙә үҙеңде күрһәтеү кәрәк. Күп һөйләмә, иң тәүҙә башҡаларҙы тыңла, йомшаҡ яҡтарын бел. Сит өйгә барып инеп, өйөңдөң хәбәрен һөйләп ултырма, бер нисә йылдан барыһы ла үҙеңә ҡаршы әйләнеп ҡайтыуы бар. Ғөмүмән, икәүгә генә ҡағылған хәлдәрҙе бөтөнләй бер кемгә лә һөйләргә ярамай.

Рәйфә апай:

– Иреңдең оҡшамаған ҡылыҡ­тары тураһында ҡәйнәң менән кәңәшләшеү яҡшыраҡ, сөнки ул улын нығыраҡ белә, хәлде дөрөҫ аңларға, төҙәтергә ярҙам итеү ихтималы күберәк. Ниндәй генә ир булһа ла, ғаиләгә тартыла бит ул, бары түҙергә, эшен аңларға кәрәк. Өйөңдә йылы, ашың бешкән, кейеме ҡаралған икән, был йылылыҡ барыбер ирҙе тарта. Йәш саҡта яратыу тип атаған хис, романтика, бәлки, үтеп тә китәлер, кеше бер-береһенә өйрәнә, унан башҡа йә­шәп тә булмай башлай ул. Шу­лар­­­­­ҙы белеп үҫергә тейеш ҡыҙ бала.

 

Гөлшат Ҡунафина әңгәмәләште

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас