+30 °С
Болотло

Тегенсе «фея»

Ҡайһы берҙә яҙмыш үҙе беҙгә дөрөҫ юлды аңғарта. Ә беҙ, күңел ҡушҡанын ишетергә теләмәй, һаман башҡаларҙы ҡабатлап, тапалған һуҡмаҡтан китәбеҙ. Миәкә ҡыҙы Сулпан Әғҙәмованың тормошо ла шулай ағым буйынса бара: университет, кейәүгә сығыу, донъя ҡороу, балалар үҫтереү... Әммә  бер ваҡыт, көтмәгәндә, йылдар ағымында баҫылып, инҡар ителеп килгән хыялы, донъяның аҫтын-өҫкә килтереп, үҙ артынан әйҙәр тип кем уйлаһын инде?

Тегенсе «фея»Тегенсе «фея»
Тегенсе «фея»

Ғүмер уртаһына етеп килгәндә тормошон ҡырҡа үҙгәртеүгә көс тапҡан ханым ул. Бизнесына тотоноуына бер нисә генә йыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн ул – Миәкә районында алдынғы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Тегенсенең ҡуртымға алған ике йөҙ квадрат метрлыҡ бинаһында эш ҡайнай. Ательеға Башҡортостандан ғына түгел, Санкт-Петербург, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙан да заказдар килә. Туй, никах, байрам күлдәктәре буйынса махсуслашҡан оҫта һәр кемдең зауығына, теләгенә ярашлы образдар уйлап таба,  үҙе тегә. Юҡҡамы ни Сулпан Әғҙәмованың сифатлы, килешле, модалы кейемдәре, йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә күңелен яулап, урындағы брендҡа әйләнгән.

Тегенселек өләсәһенән, әсәһенән күскән уға. «Бала сағымда тегеү машинкаһының туҡылдаған тауышына йоҡлап китә торғайным, ул минең өсөн бишек йыры кеүек булды», – тип иҫләй бала сағын Сулпан. Туҡыма киҫәктәренән ҡурсағына күлдәктәр һырлап янында ултыра ул ололарҙың. Тегеүгә шулай ылығып китә. Мәктәп йылдарында ҡулына «Бурда» журналы килеп эләгә. Ундағы камил, нәфис өлгөләр йәнле кеүек күҙ алдына баҫа Сулпандың. Бигерәк тә туй күлдәктәренә күҙе төшә. Мәктәптән һуң тегенсегә уҡый. Әммә «етди һөнәр һайларға кәрәк» тигәнде тыңлап, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына бара. Өсөнсө курста кейәүгә сыға һәм тормош иптәше менән Әлшәй районы үҙәгендә нигеҙ ҡоралар. Йәш ҡатын мәктәптә эш башлай.

...

 

– Дүртенсе йыл инде «Көлһылыу» («Золушка») хәйриә акцияһын үткәрәм. Райондағы төрлө оҫталарҙы ла йәлеп иттем, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Мәктәптә яҡшы өлгәшкән, әммә ауыр тормош хәлендә ҡалған бер ҡыҙҙы һайлап алабыҙ ҙа уны сығарылыш кисәһенә әҙерләйбеҙ: мин ҡупшы күлдәк тегәм, парихмахер сәсен ҡуя, визажист биҙәндерә-төҙәндерә. Ҡыҙ, күҙ алдында үҙгәреп, әкиәттәге принцессаға әүерелә. Был проект – бала саҡ хыялым. Әкиәт тыңлап, кемдер үҙен принцесса итеп күрһә, мин гел тылсымсы феяға һоҡландым. Ысын тормошта ла мөғжизәгә урын барлығын иҫбатлағым килде.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина әңгәмәләште

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас