+30 °С
Болотло

Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте

Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, герой әсәйҙәре, ҡатындары, туғандары, ирекмәндәр, кадет уҡыусылар һәм башҡалар ҡатнашты. "Башҡортостан ҡыҙы" журналы "Еңеүҙең ҡатын-ҡыҙ йөҙө: роле һәм ярҙамы" секцияһында булды.

Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үттеӨфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте
Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте

Уның менән МХО-ға күп тапҡырҙар гуманитар ярҙам алып барған Эльвира Мацкевич етәкселек итте.

 

Эльза Әхмәҙуллина, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, махсус хәрби операцияла ҡатын-ҡыҙҙың роле, ярҙамы, хәстәрлеге, хәрби зонала шәфҡәт туташтары һәм ирекмәндәрҙең роле хаҡында сығыш яһаны.

 

Салауат районынан ире урынына ауыл биләмәһе рәйесе булып ҡалған Илнара Урал ҡыҙы Сафина, өс бала әсәһе, В. Путин ҡулынан "Служение" премияһын алған иң яҡшы Рәсәй ауыл биләмәһе рәйесе, ауыр ваҡыттарҙа үҙ-үҙеңде ҡулға алып эшләргә, еңеүҙе яҡынлаштырырға кәрәклеге хаҡында һөйләне: "Ун туғыҙынсы быуатта уҡ әйткәндәр "Ҡатын-ҡыҙҙың ни тиклем проблемаһы күберәк, шул тиклем туфлийының үксәһе бейегерәк' тигән һүҙҙәре, ысынлап та, бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да рухын күтәрҙе.

 

Тәтешле районы ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Әхмәтдинова (уны яугирҙәр үҙ-ара "Ямама" тип йөрөтә)
МХО башланған көндән алып яугирҙәргә ярҙам ойоштора, гуманитар йөктәр оҙата, аҡса йыйып ебәрә һб. Ул ошо эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Сара патриотик йөкмәткеле булыуы, илде һаҡлау, ирекмәнлек хәрәкәтен көсәйтеү бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн бик файҙалы булды.

 

 

Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте
Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте
Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте
Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте
Өфөлә "Ватанға хеҙмәт итәм" республика белем биреү форумы үтте
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас