Сара сиктәрендә “Берҙәмлектә һәм татыулыҡта көс: милли йәмәғәт ойошмаларының махсус хәрби операция осоронда РФ позицияларын нығытыуҙағы роле” тигән түңәрәк өҫтәл үтте. Унда Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһенә ингән ойошмалар, республикалағы милли ойошмалар вәкилдәре, махсус хәрби операция ветерандары, "Ете ҡыҙ" ойошмаһы ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар махсус хәрби операция осоронда Рәсәйҙең позицияларын нығытыуҙа милли йәмәғәт ойошмаларының роле тураһында сығыш яһаны.
МХО ветераны Азамат Шаһисолтанов яугирҙарҙың социаль адаптацияһы хаҡында сығыш яһаны. "Башҡортостандағы рустарҙың соборы" ағзаһы, сәйәси фәндәр кандидаты Владимир Савичевтың РФ күп милләтле халҡының берҙәмлеген булдырыуҙа йәмәғәт ойошмиалдарының роле тураһында доклады йөкмәткеле булды. "Эрвел Марий" ойошмаһы рәйесе Радион Плотников республикала мари халҡының мәҙәниәтен үҫтереүҙәге эшмәкәрлеге тураһында тәрән йөкмәткеле сығыш яһаны. Гөлнара Кирәеваның "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" ойошмаһының "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" менән бергә үткәргән саралары хаҡындағы сығышы эстәлекле булды. БР татарҙары ойошмаһының етәксеһе Заһир Хакимовтың сығышында беҙҙең көсөбөҙ - берҙәмлектә тигән фекер ҡыҙыл еп булып һуҙылһа, "Татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы" ойошмаһынан Альбина Халиуллина милли ойошмаларҙың төп көсө берлектә тип был фекерҙе раҫланы.. "Ете ҡыҙ" проекты етәксеһе Ләйсән Рабаданова республика ҡатын-ҡыҙҙарының МХО-ға ярҙамы тураһында һөйләне. Айтан Шафизаде, республикалағы Азербайжан диаспораһының йәш ирекмәндәре етәксеһе, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. ӨФТУ доценты Ирена Ҡолһарина "Башкирия в русской литературе" күп томлығының етенсе томын презентацияланы. Асия Ғәйнуллина, билдәле сәсәниә, балалар һәм атай-әсәйҙәр фольклорына (башҡорт, рус, инглиз, алтай, бурят) сағыштырма анализ эшләне.
“Ватан һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина:
– Башҡортостан – күп милләтле һәм күп конфессиялы төбәк. Беҙ, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы командаһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы, тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы алдынан мәҙәниәт, спорт өлкәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу, махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса пландар билдәләнде. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү – беҙҙең эшмәкәрлектең өҫтөнлөгө, - тип билдәләне һәм сығыш яһаусыларҙың һәр береһенә рәхмәт белдерҙе.
Түңәрәк өҫтәл әүҙем ватандаштарыбыҙға рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.