+30 °С
Болотло

Башҡортса уйнайыҡ! Күңелле ял

Өфө ҡалаһынан Гөлдәр Вәлиева өҫтәл уйындары тәҡдим итә. «Башҡортостандың иҫтәлекле урындары» «Мемо» уйынына таянып эшләнгән. Ул аң үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, иғтибарҙы, хәтерҙе, күреү һәләтен һәм логик фекерләүҙе үҫтерә. Уны дәрестәрҙә тыуған ер буйынса мәғлүмәттәр биреү маҡсатында  ҡулланырға мөмкин. Карталарҙа республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарынан фотолар бирелгән. Улар бутап, селтәр рәүешендә (мәҫәлән, 5x4 йәки 5x6) һалына. Уйынсылар сиратлап ике картаны әйләндерә. Әгәр һүрәттәре тап килһә, уйынсы карталарҙы үҙенә ала һәм өҫтәмә йөрөш эшләй. Тап килмәһә, кире йөҙө менән аҫҡа әйләндереп һала һәм йөрөш киләһе уйынсыға күсә. Тура килгән һүрәттәрҙе асыу өсөн уйынсыларға  карталарҙың урынлашыу тәртибен иҫтә тота барыу кәрәк. Иң күп карта йыйған уйынсы еңә.

Башҡортса уйнайыҡ! Күңелле ялБашҡортса уйнайыҡ! Күңелле ял
Башҡортса уйнайыҡ! Күңелле ял

«Йомробаш» өҫтәл уйыны ла шулай уҡ хәтер өсөн. Уйын ҡағиҙәләре: ике рәттә «Категориялар» һәм «Хәрефтәр» карталары  бирелә. Беренсе уйынсы ике рәттән дә өҫкө карталарҙы аса. Ул бирелгән хәрефтән башланған һәм категорияға тура килгән һүҙҙе әйтергә тейеш (мәҫәлән, «Ө» хәрефенә: өлгөлө). Беренсе булып кәрәкле һүҙҙе әйткән кеше карталарҙы үҙенә ала һәм йөрөш уға күсә.

«Өҫтәл уйындары – аң даирәһен, логик фекерләүҙе, эрудицияны, зирәклекте үҫтереү, һүҙлек запасын тулыландырыу һәм башҡорт теле дәресен файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреүҙең яҡшы ысулы.

Ә иң мөһиме, өҫтәл уйындары – ул йәнле аралашыу», – ти Гөлдәр Илдар ҡыҙы.

Автор:
Читайте нас