+30 °С
Болотло

Журнал уҡыусыбыҙ яҙа.

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ шул тиклем әүҙем, етеҙ, тырыш. Улар үҙҙәре генә журналға яҙылып ҡалмай, ә ярыш үткәреп, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын бүләк итеп тә яҙҙыра.  Бөрйән районы Килдеғол ауылынан Сажиҙә Билалованан матур йөкмәткеле хат килеп төштө:

Журнал уҡыусыбыҙ яҙа.Журнал уҡыусыбыҙ яҙа.
Журнал уҡыусыбыҙ яҙа.

“Килдеғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы” үткәргән "Бай баҡса" конкурсында еңеүселәргә, шәхсән мин үҙем 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙылып бүләк итәсәкмен тип вәғәҙәләгәйнем. Ошо арала, Әсәйҙәр көнөндә, вәғәҙәмде үтәп, журналға яҙылып, квитанцияларын еңеүселәргә тапшырып ҡуйҙым.
Бына улар, иң бай һәм матур баҡса хужабикәләре:
Искужина Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы;
Исхакова Гүзәл Әғзәп ҡыҙы;
Баязитова Рәғиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы. Ошо уңғандарға 2026 йылдың беренсе ярты йылында "Башҡортостан ҡыҙы" журналы киләсәк”.

Шәп баҡса үҫтергән уңған хужабикәләргә лә, уларға баҫмабыҙҙы яҙҙырып бүләк итеүсе Сажиҙә Билаловаға ла афарин!

Беҙҙең менән бергә ҡалғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Фото авторҙыҡы.

Автор:
Читайте нас