+30 °С
Облачно

Уғдулмыштың Уйғырмышҡа ашҡа саҡырыу ҡағиҙәләрен өйрәтеүе

ЙОСОФ БАЛАСАҒУНИ «ҠОТЛО БЕЛЕМ» Фәрит Әхмәҙиев тәржемәһе (Әҫәрҙән өҙөк). 

Уғдулмыштың Уйғырмышҡа ашҡа саҡырыу ҡағиҙәләрен өйрәтеүеУғдулмыштың Уйғырмышҡа ашҡа саҡырыу ҡағиҙәләрен өйрәтеүе
Уғдулмыштың Уйғырмышҡа ашҡа саҡырыу ҡағиҙәләрен өйрәтеүе

Бер мәл әгәр һин ҡунаҡтар саҡырһаң,

Һуҙма ваҡыт, әҙерлән төрлө яҡтан.

Һауыт-һаба, кейем һәм өйҙең эсе,

Аштарың насар булмаһың һисберһе.

Матур һауытларҙан татлы ашамлыҡ

Ашаһын ҡунаҡтар, һаҡланһын зауыҡ.

Бел – ашҡа саҡырмау тик бер һөйләнер,

Саҡырһаң, һүҙ китәр, йөҙгә төрләнер.

Аш-һыуларың арыу, күп, һәйбәт булһын,

Ҡунаҡтарың ашап ҡәнәғәт булһын.

Дуҫ-иш, ҡәрендәштәр, йыраҡ һәм яҡын –

Берһен дә ҡалдырма, хаҡла үҙ хаҡын.

Килгәндәре килер, әгәр килмәһә,

Саҡырғас, үпкәһе ҡалмай ҙа баһа.

Яман хис бар- тамаҡ өсөн үсегеү,

Кай берәүҙәр махсус килер кисегеп.

Шуны ҡара – хис кем ашһыҙ ҡалмаһын,

Кисеккәнгә өҫтәп бер тейеш ашын.

Ашағастын ашын, сәй бир табынға,

Эсеп бөтөрһәләр, өҫтә тағын да.

Ашамлыҡҡа һәрсаҡ кәрәк эсемлек,

Һәм ашап-эсеүҙә һаҡланһын тиңлек.

Табында шыйыҡ аш әҙрәк булмаһын,

Тамаҡҡа төйөр таш булмаһын ашың.

Кәрәк - боҙло һыу бир, кәрәк – эҫене,

Табынға әҙерләп ҡуй һин төрлөне.

Тағын ниндәй аштар табында була –

Һорама һин минән, белгестән һора.

Ашағас өлкәндәр, киткәс табындан,

Кеселәргә табын яһа тағын да.

Тәғәм бир һәркеменә, ҡалмаһын ашһыҙ,

Берәү ҙә мин ас,типйөрөмәһен, башһыҙ.

Ҡоры-һары менән шыйыҡ аштарҙы,

Емеш менән шәкәр-балды алмаштыр.

Туйҙар үтһә, йыртыш йолаһын үтә,

“Теш хаҡын” бир, шулсаҡ артыҡ һүҙ бөтә.

Аш-һыу тураһында һүҙ бөтте, тамам,

Ҡайтайым тиһә ҡунаҡ, оҙат ҡапҡанан.

Саҡырыулы булыр был ашҡа дүрт төр,

Барыусы төрө лә, ғәҙәттә дүрттер.

Береү ашҡа килә кем өндөһә лә.

Ҡыҫтатмайса ашай нәмә бирһәң дә.

Ләкин үҙөйөнә ҡунаҡ саҡырмаҫ,

Ашай бер тамаҡҡа өйҙә яңғыҙ баш.

Икенсе берәүләр ашҡа барырҙар,

Үҙләре лә, күр ҙә тор,саҡырырҙар.

Өсөнсөләр иһә,саҡырһаң – килмәй,

Үҙҙәре лә ашҡа саҡыра белмәй.

Тере тимә ундай затты. Үлек ул,

Кеше менәнг кеше була белмәй ул.

Тағы бер төрлөһе ашҡа йөрөмәй.

Ләкин үҙенә ҡунаҡлар өндәй.

Бына был һәйбәт ғәҙәте-йолаһы,

Белгән кеше маҡтай уның ҡылығын.

Кәрәк- ашҡа йөрө, кәрәк – йөрөмә,

Күп ашау һаулыҡҡа китермәй бер ҙә.

Күп ашаған бәндә һәрсаҡ хаста ул,

Йөҙе һаргылт булыр, ауыр атлауы.

Бына нәмә әйтә бер табиб-имсе,

Сәләмәтлек һәм холоҡ белгесе:

“Тамаҡтан керә сир, ағыулай ашың.

Сир ҡартайта , кеше йәшәмәй йәшен.

Тамағын тыйғанзат йәшәр дарыуһыҙ,

Ағарынып йөрөмәҫ, алһыу булыр йөҙ”.

Бына шулай ҡунаҡ-табын тәртибе,

Өндәү һәм өндәүгә барыуҙың сере.

Белгәнде һөйләнем аш-һыу турында,

Был хаҡта һүҙләрҙе туҡтатайыҡ шунда.

Был дөньяның шулдыр юҫыҡ-юрығы.

Кеше менән кеше булыу ҡыҙығы.

И күңелем нуры, хаҡлыҡ һөйөүсем,

Һүҙемә ихтибар ит, зинһар өсөн”.

 

Фото Р. Камалова

Автор:
Читайте нас