+30 °С
Облачно

Төштөң муйыны ҡыл кеүек...

Йоҡоға бәйле тағы ла бер ҡыҙыҡлы күренеш бар – төш күреү. Ни өсөн ул төрлөсә фаразлана?

Төштөң муйыны ҡыл кеүек...Төштөң муйыны ҡыл кеүек...
Төштөң муйыны ҡыл кеүек...

Ғәҙәттә төш көндөҙгө хәлдәрҙең дауамы, тип аңлата сомнологтар. Әгәр ҙә көн тыныс, матур үткән, күңелдә һиллек икән, төштәр ҙә шундай була. Төштөң йөкмәткеһенә борсолоу, стресс, дарыу һәм башҡа тышҡы ҡуҙғытҡыстар (мәҫәлән, еҫ- төҫтәр) ҙә йоғонто яһамай ҡалмай. Нисек йоҡлап, ниндәй төш күреүебеҙгә сәләмәтлегебеҙ, кәйефебеҙ ҙә бәйле. Шуға ундағы күренештәрҙән бигерәк, уларҙың ниндәй тойғо уятыуы мөһим, насар төш күреп, төрлө юрауҙарға, төшлөктәргә ышаныу ҙа сәләмәтлеккә зыян, ти психологтар.  Халыҡ та бит, төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай  борһаң – шулайға китә, ти. Мәҫәлән, төштә тешең төшһә, яҡын кешеңде юғалтаһың, тигән ышаныу таралған. Психологтар бедереүенсә, алғы тештәр – беҙҙең һаҡсы һәм тормоштан үҙебеҙ теләгәнде ала белеү һәләте. Ике яҡ сикәләгеһе – мөмкинлектәр менән файҙалана белеү, яраҡлашыу. Әгәр ҙә улар төшә икән, тимәк, таяныс, ышанысты юғалтыуға ишара.

Баҡһаң, һуҡыр кешеләр ҙә төш күрә, имеш. Тик уларҙың төшө ғәҙәти кешеләрҙекенән айырыла. Тыумыштан һуҡырҙар визуаль образдар, төҫтәр күрмәй, ә уларҙы еҫ, тәм, тотоп ҡарау һәм кисереш аша тоя. Ә инде  йәшәү барышында һуҡырайғандар башта төштө ғәҙәттәгесә күрә, сөнки мейе элек үҙе күргәндәрҙе һәм белгәндәрҙе күҙ алдына баҫтыра, әммә тора-бара бындай төштәр тоноҡлана,  сағыулығын юғалта.

 

Эльза Мөхәмәҙиева

Фото Р. Хисаева

Автор:
Читайте нас