Дөрөҫөн әйткәндә, миңә ауылда бик оҡшай! Дуҫтарымды, атай-әсәйемде һағынам да ул, тик бында ла хәҙер әллә күпме дуҫтар таптым. Улар менән көнө буйы урамда уйнайым, һыу инәм, олатай менән балыҡҡа, һунарға, бесәнгә, өләсәй менән еләккә йөрөйөм! “Беҙҙең тәбиғәт – үҙе бер хөрриәт”, ти өләсәйем. Уныһы “шәп” тигәнде белдерә инде, аңлауымса.
Бына тағы әсәйем менән атайым мине ауылға алып килде. Элекке йылдары, мин бәләкәй саҡта, бер үҙемә өйҙән сығырға ла рөхсәт итмәйҙәр ине. Ә хәҙер бит мин ҙур, бишенсе класҡа күстем! Шуға, өлкәндәр бушағанды көтөп тормай, таныш һуҡмаҡ буйлап картуф баҡсаһы артында ғына ағып ятҡан йылға буйына йүгерҙем. Ҡотлойылға тип атала ул. Унда йәй көнө малайҙар, ҡыҙҙар менән рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ.
Бына йылға. Саҡ май аҙағы булһа ла, яр буйы ҡуйы үләнлек. Төрлө ҡоштар сутылдай, бөжәктәр безелдәй, күбәләктәр оса. Хәҙер миңә уның ярындағы һәр ағас, һәр ҡыуаҡ, һәр эре таш таныш. Йылға буйында бер кем дә юҡ. Һыу инергә иртәрәк шул әле, һыу ныҡ һалҡын.
Ҡараһам, сәскәнән сәскәгә матур ғына, бығаса мин күргәнем булмаған, ҙур бер күбәләк осоп йөрөй. Бына ул яҡындағы бер ҡыуаҡҡа барып ҡунды. Уны яөынданыраҡ ҡарайым тип, әкрен генә яҡынаям. Тик эргәһенә килеп етеүем булды, күбәләк осоп та китте! Шул саҡ ҡыуаҡ төбөндә нимәлер ҡыбырҙап ҡуйғандай тойолдо. Нимә булыр икән был!? Моғайын, ҡуян ҡасып ултыралыр! Һаҡ ҡына ҡыуаҡ төбөнә ҡараһам, үткән йылғы кипкән үлән, япраҡтар араһында күренмәй ҙә, тап шул япраҡтар төҫөндәге ҡыр өйрәге боҫоп ултыра. Ул, мине шәйләпме, бөтә кәүҙәһе менән ергә һеңешкән, хатта башы ла күренмәй тиерлек. Ҡурҡыттым, ахырыһы, тип ситкәрәк киттем.
Шулай байтаҡ йөрөп ҡайтһам, өйҙәгеләр мине шелтәләп ҡаршыланы.
– Мин алыҫ йөрөмәнем бит, әсәй, картуф баҡсаһы артындағы йылға буйына ғына төштөм, – тинем мин.
– Ярай, тик бынан ары олатайың менән өләсәйеңдән рөхсәт һормайынса, сығып китәһе булма!
– Ярай, әсәй, һорармын. Һуң мин хәҙер бәләкәй түгел дә инде! – тим.
– Әсәйең дөрөҫ әйтә, Ришат, – тине өләсәйем. – Улай, әйтмәйенсә, сығып китмә, йәме!
– Ярай, ярай, – тинем дә, төпкө бүлмәлә телевизор ҡарап ултырған олатайым менән атайым янына үттем.
– Олатай, мин Ҡотлойылға буйында ҡыр өйрәге күрҙем! – тим олатайыма һыйынып.
– Шулаймы? Ояһынан ашарға ғына сыҡҡандыр. Был ваҡытта улар яр буйына бик сығып йөрөмәй ул, – тине олатайым.
– Ә ул яр буйында түгел, нимәнәндер ҡурҡып микән, ҡыуаҡ аҫтында боҫоп ултыра ине, – тим.
– Ысынмы! Вәт ҡыҙыҡ!
Мин уйға ҡалдым: нисек инде “сит еҫ”! Ҡулымды еҫкәп ҡарайым. Әйләнгән һайын йыуып торам да инде, ниндәй еҫ булһын икән!?
Шул саҡ башыма: “Әллә олатай әйткәнде тикшереп ҡарарға микән?” тигән уй килде. Төшкө ашты ашап алғас, әсәйемдән рөхсәт алдым да йылға буйына йүгерҙем.
Бына һаҡ ҡына теге ҡыуаҡ янына яҡынлашам. Ҡараһам, өйрәк урынында юҡ! Ҡайҙа булған был! Ә-ә-ә, ана, йылғала йөрөй. Башын һыуға тығып-тығып ала. Ашарға эҙләй, күрәһең.
Ипләп кенә ҡыуаҡ төбөн асып ҡарайым. Ояла мамыҡ араһында биш-алты йомортҡа ята. Мин, тулҡынлана-тулҡынлана һәр йомортҡаны ҡулға алып, һыйпап, кире һалып ҡуйҙым. Вәт ҡыҙыҡ, ары нимә булыр, икән!
Минең барлыҡты һиҙепме, өйрәк ояһына яҡын килмәй. Мин үҙемде бер боҙоҡ эш ҡылғандай тойоп, тиҙ генә ҡайтыр яҡҡа ыңғайланым. Үҙем борсола башланым: йә, ниңә улай эшләнем инде! Олатай “ояһын ташлай ҙа ҡуя”, тине бит. Ә ул йомортҡаларын да ташлап китер микән!? Хәҙер олатайҙан да һорай алмайым бит инде…
Йәй көнө ҡараңғы бик һуң төшә бит, йоҡларға ла һуң ятыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин баяғы ҡылығым өсөн үҙемде үҙем әрләй-әрләй, әллә күпме йоҡлай алмай борһаландым. Ә иртән иртүк, өләсәй һыйыр һауғанда уҡ уяндым. Башымда бер генә уй: йомортҡаларын ташлап киттеме микән инде өйрәк!
Өләсәй, ғәжәпләнеп:
Мин күбекләнеп торған йылыҡай ғына һөттө бер тында эсеп бөттөм дә, өләсәй һөт үткәрә башлағас, йылға буйына һыпырттым.
Иртәнге сирҡансыҡ ысыҡты ярып бара торғас, салбар балағым лыс һыу булды, йоҡом тамам осто.
Теге ҡыуаҡ төбөнә килеп, ипләп кенә ҡарайым. Өйрәк юҡ! Һыу өҫтөндә лә күренмәй. Ҡыуаҡты ҡулдарым менән асып ҡараһам, оя буш! Бер йомортҡа ла ҡалмаған! Миңә шул тиклем ҡыйын булып китте! Нимә эшләнем мин! Өйрәк ояһын ташлап киткәс, йомортҡаларын берәй йәнлек ашап ҡуйҙы микән ни!? Тамағыма ҡаты бер төйөн тығылып, тын алырға ла бирмәй. Күҙгә йәштәр төйөлдө. Тамам кәйефем ҡырылып, ҡайтыу яғына ыңғайланым. Йомшаҡ ҡына мамыҡ эсендәге йомортҡалар көнө буйы күҙ алдымдын китмәне…
Инде кис булғас, олатайымдан һорамай булдыра алманым:
Мин, түбән эйелгән башымды әкрен генә ҡағып:
Мин йәш аралаш көлөп ебәрҙем:
Миңә шул тиклем рәхәт булып китте, әйтерһең, өҫтөмдән ниндәйҙер ауыр йөк төштө! Төшөмә томшоғо менән йомортҡа ташыған баяғы ҡыр өйрәге инде.
Мин хәҙер көн дә йылға буйына барып, һаҡ ҡына күҙәтә башланым: теге өйрәк ҡайҙа күсенде икән!? Ҡырҙан булһа ла күргем килә бит инде! Ләкин өйрәк күренмәне. Был тирәнән йырағыраҡҡа күскән инде, моғайын… Өләсәйем әйтмешләй, иҫән-имен генә булһындар! Ә мин ҡош ояһына ҡабат бер ҡасан да теймәм!

Фото Р. Хисаева