

Ул үҙенең 2016 йылда «Беҙҙең усаҡ» исеме аҫтында баҫылған тәүге шиғри йыйынтығына ингән «Яңы донъя» тигән ҡыҫҡа ғына шиғырында шиғриәт тип аталған сихри донъяға илткән ижад һуҡмаҡтары хаҡында шаҡтай ҡыйыу ғына итеп:
«Һуҡмағымдан оло юлға
Тәүләп аяҡ баҫыуым.
Үҙем өсөн яңы донъя
Ишектәрен асыуым.
Ипләп кенә баҫам әле
Оло юлдың ташына –
Тап ошонда Ижад тигән
Яңы донъя башлана...» –
тип белдергән ине...
Ә инде 2018 йылда баҫылған «Арба юлы» китабында иһә, һуҡмаҡ образын артабан үҫтереп, арба юлы (йыйынтыҡҡа исем биргән шиғыр ҙа тап шулай атала) тураһындағы фәйләсәүи уйланыуҙары ҡәләм оҫтаһының художестволы деталь-образдар менән ярайһы уҡ оҫта эш итеүен тағы ла бер раҫланы:
«Арба юлы... Һағышымды
Ҡушып яҙам йырҙарға.
Беҙ бит арба юлы буйлап
Сыҡтыҡ оло юлдарға...»
Әйткәндәй, «Арба юлы» китабына тупланған шиғырҙары менән Фәнүзә үҙен бына тигән лирик шағирә итеп танытты. Бигерәк тә тәбиғәт картиналары иҫ киткес сағыу буяуҙарҙа – йырлап торған һәм ҡабатланмаҫ троптар аша бирелә уның шиғырҙарында. Бәлки, шуғалыр ҙа уның был китабына ингән байтаҡ ҡына шиғырҙарына Гүзәл Үлмәҫҡолова, Флера Шәрипова, Рәзидә Әхмәтова кеүек илһамлы моң эйәләре матур-матур көй ижад иткәндер ҙә әле. Интернет селтәрҙәре һәм төрлө баҫмалар аша үҙенең тауышын торған һайын йышыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ ишеттерә барған Фәнүзә Зөлҡәрнәеваның шиғырҙарына художестволы фекер һәм хис-тойғо берлеге хас. Ысын шиғриәттең был үҙенсәлеген инде байтаҡ йылдар ҡәләм тирбәткән ижадсы үҙе лә төптән аңлап эш итә булыр.
Ғәҙилә Бүләкова,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.