+30 °С
Болотло

Хикмәтле хикәйәт

Бер көндө Ишәк тик торғандан Юлбарыҫҡа: - Үлән зәңгәр төҫтә, - тигән.

Хикмәтле хикәйәтХикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

Юлбарыҫ йәшел икәнлеген иҫбат итергә тырышҡан. Улар араһында бәхәс ҡупҡан һәм уны хәл итеү өсөн урман батшаһына килгәндәр.

Тәхеттә ултырған Арыҫлан күренеү менән ишәк әллә ҡайҙан:

- Хөрмәтле батша, үлән зәңгәр төҫтә булыуы дөрөҫ бит! – тип ҡысҡыра башлаған.

Арыҫлан бер ишәккә, бер юлбарыҫҡа ҡараған да, баш ҡағып ҡына ризалашҡанын белдергән.

Ишәк:

- Ә бына юлбарыҫ бының менән риза түгел һәм минең йәнемә тейә. Зинһар өсөн уға яза бирегеҙ, - тигән.

Урман батшаһы юлбарыҫҡа биш йыл өндәшмәй йөрөргә иғлан итә. Быны ишеткән ишәк үрле-ҡырлы һикереп, юлын ары дауам итә.

Бер ни тиклем өндәшмәй торғандан һуң юлбарыҫ телгә килә:

- Һеҙ ни өсөн миңә яза бирәһегеҙ – үлән зәңгәр түгел бит...

Арыҫлан уға:

- Эйе, ул йәшел төҫтә, - тигән.

Юлбарыҫ аптырап:

- Улай булғас, ниңә миңә яза бирәһегеҙ?

Арыҫлан:

- Үләндең йәшелме, зәңгәрме икәнлегенең бер ҡыҫылышы ла юҡ бында. Язаны һин аҡыллы һәм белемле йәнлек булып та, наҙан һәм хаяһыҙ хайуан менән бәхәскә инеүең өсөн алдың.

Эйе, беҙҙең дә иң ҙур хатабыҙ ул - ахмаҡ һәм тупаҫ кешеләр менән бәхәскә инеүебеҙ. Ундайҙарға дөрөҫлөк тә, ысынбарлыҡ та бер ниндәй әһәмиәткә түгеллеген белә тороп, һүҙгә килешәбеҙ, үҙебеҙҙекен иҫбатларға маташып, иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле әйберебеҙҙе - ваҡытыбыҙҙы юғалтабыҙ. Ә бит улар өсөн намыҫ бер ни түгел, иң мөһиме - һүҙен һүҙ итеү, еңеү.

Ниндәй генә дәлил һәм күҙгә күренеп торған әйберҙәр булһа ла, күрә алмауы һәм көнләшеүе арҡаһында бер нәмә ишетергә теләмәгән кеше менән бәхәскә инеүҙән һаҡланырға кәрәклеге хаҡында был хикмәтле хикәйәт.

 

Фото Р. Хисаева.

Автор:
Читайте нас