+30 °С
Болотло

Беҙҙең журнал апайҙары

Икеһе ике төрлө улар. Икеһе – ике планета, тиергә лә була. Береһенең килеп ингәне тойолманы ла. Ҡараһам – тупһа аша атлаған да баҫалҡы ғына йылмайып тора. Әйтерһең, беҙҙең билдәле һәм юғары дәрәжәле шағирә апай түгел. Был – Йомабикә Ильясова. Ә икенсеһенең тауышын  коридорҙан уҡ ишетәбеҙ. Күргәндәрҙе сәләмләп, хәл-әхүәл белешеп, күпме шау-шыу, ярһыу энергетика менән көслө ел, ташҡын булып килеп инә ул. Был – Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова. Беҙҙә улар – һәр саҡ көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Ҡунаҡ ҡына түгел, беҙҙең тарих, нигеҙ һәм мәртәбә. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының легендар баш мөхәррирҙәре. – Хөрмәтле апайҙар, әйҙәгеҙ,  һөйләшеүҙе хәтирәләрҙән башлайыҡ. Һеҙ журналға эшкә килгән көн... Гөлфиә Юнысова:

Беҙҙең журнал апайҙарыБеҙҙең журнал апайҙары
Беҙҙең журнал апайҙары

– Баш мөхәррир булып эш башлағанда миңә ни бары 29 ғына йәш ине. Журналдың тәүге мөхәррире күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбула-това пенсияға сығыр алдынан: «Гөлфиә, үҙемдән һуң мөхәррир итеп һине тәҡдим итмәксемен, Сибайҙа партияға инеп кил», – тип сәләм дә ебәргәйне, тик 24 йәшлек ике бала әсәһен кем обком журналына баш мөхәррир итеп ҡуйһын инде, тип уйланым.

Сибай педагогия училищеһында өс йыл уҡытҡандан һуң Өфөгә килеп, тәүҙә «Совет Башҡортостаны» һәм «Пионер» журналдарында эшләнем. «Пионер» журналында яҙыусы Динис Бүләков ағайҙа һәйбәт кенә хеҙмәт итеп йөрөйөм. Бер мәл, яҙғы матур таңда, ғәжәп бер төш күреп уяндым. Ғәҙәти түгел ул, төш менән өн араһындағы халәт инде. Тәүҙә ҡола-ғымдамы, әллә күңелемдәме әйтеп аңлата алмаҫлыҡ моңло ла, серле лә тауыш менән ҡыңғырау сыңлап алды, унан һуң рәсми тауыш яңғырағандай булды: «Һине вазифаң буйынса үрлә-тәсәктәр!» Уянып киттем. Ошондай тылсымлы төштәрҙе элек тә күрә инем. Тормошомдағы боролошло саҡтарҙа була ундай хәлдәр.

Шундай шәп кәйефтә эшкә барһам, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире фажиғәле рәүештә һәләк булған. Бер редакция ла йүнләп эшләрлек хәлдә түгел. Һүҙ бары вафат булған апай хаҡында. Минең күңе-лемдәге яҡтылыҡты болот ҡапланы. Бер ҡатта эшләгәс, көн дә аралашып торолдо, яҡташым да бит әле. Ул да, пенсияға китәм, урыныма һине тәҡдим итмәксемен, тип редколлегияға индер-гәйне, йыш ҡына төрлө темаға мәҡә-ләләр яҙырға ҡушты. Күпмелер ваҡыттан һуң, баш мөхәррир эҙләйҙәр икән, тигән хәбәр таралды. Рәми ағай ҙа вафат ине ул саҡта. Кандидаттар араһында үҙемдең исем дә булыу мөмкинлеге башыма ла инеп сыҡмай. Бер аҙҙан КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакировҡа алып инделәр. Ул сәйәсәткә лә, ил тормошона ла, журналистика мәсьәләләренә лә ҡағылышлы һорауҙар бирә, мин йылмайып ҡына яуап ҡайтарам. Бер мөһим һорау алдында ҡаушаным шулай ҙа: «Башҡортостан ҡыҙы»ның тиражы күпме? – ти секретарь. Вазифа мәсьә-ләһе онотолдо: белмәйем дә баһа. Үҙем эшләгән «Пионер» журналын һораш-һалар ни була инде? Башыма ингән һанды әйттем: алтмыш биш мең! «Мөхәррир булғас, был һанды йөҙ меңгә еткерһәң, машина бирәм», – ти Миҙхәт Закир улы. Ул саҡта редак-цияның машинаһы юҡ ине. Һүҙендә торҙо республика етәксеһе. Ә 65 меңде «күктән» алып ҡына әйткәйнем, ҡайтҡас ҡараһам, ысынлап та, шулай булған. Мөғжизә тимәй, ни тиһең. «Бына киләһе бюрола һине мөхәррир итеп тәғәйенләйәсәкбеҙ, бөтә СССР-ҙа партия матбуғатында иң йәш етәксе буласаҡһың, йәшмен, тип «поблажка» көтмә!» – тип ҡаты ғына киҫәтте лә хужа. Мин өндәшмәнем. Йәш кешелә үҙ-үҙеңә ышаныс көслө була бит инде. Эстән генә: «Һеҙҙән «поблажка» өмөт итеп эшләмәҫмен әле», – тип уйлап ҡуйҙым (көлә). Был саҡта әле ғүме-ремдең артабанғы сирек быуатҡа яҡын дәүере «Башҡортостан ҡыҙы» менән үрелере башыма ла килмәй.

Йомабикә Ильясова:

– Баш мөхәррир вазифаһын биләй башлаған көнгә тиклем мин дә «Башҡортостан пионеры», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә туплағайным. Улай ғына ла түгел, дүрт йыл «Башҡортостан ҡыҙы»ның яуаплы секретары булараҡ, баҫманың бөтә нескәлектәрен үҙләш-тереп өлгөргәйнем.

Дүртенсе генә синыфта тәүге һанын ҡулыма алып, йотлоғоп уҡып сыҡҡан, студент дәүеренән шиғырҙарымды, мәҡәләләремде бирә килгән журналды бик ярата инем. Нисектер, ул гел үҙенә саҡырып, әйҙәп торғандай тойолдо. Бәлки, яҙмыш шулай күңелемә һал-ғандыр. Журналистиканы хыял аша һайланым, әллә шуғамы, мәҡәләләремде оло кинәнес менән яҙҙым, бурыстарымды һөйөнөп башҡарҙым. Абруйлы редакцияның етәксеһе итеп билдә-ләнеү, яуаплылыҡ өҫтәп, яңы ижади киңлектәргә юл асты.

Беҙҙең журнал апайҙары
Беҙҙең журнал апайҙары
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас