

– Статистика буйынса һуңғы 20-30 йыл эсендә иң йыш осрағаны – тын юлдары ауырыуҙары. Унда киҫкен респиратор вирус инфекциялары, пневмониялар, аллергиялар ҙа инә. Икенсе урында гастрит, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре тора. Артабан тән йәрәхәттәре һәм паразитар инвазиялар килә. Экологик хәлдәр ҙә, йәшәү рәүешенең үҙгәреүе лә, ризыҡ сифаты түбәнәйеүе лә ауырыуҙарҙың күбәйеүенә сәбәпсе. Шул уҡ ваҡытта технологияларҙың үҫеше һөҙөмтәһендә сирҙәрҙе аныҡлау, ваҡытында күреп ҡалыу мөмкинлеге арта.
Имсәк балалар араһында ла тын юлдары сырхауҙары йыш осрай. Артабан атопик дерматит кеүек тире ауырыуҙары һәм ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәре килә. Баҡсаға барғас, аралашыу даирәһе киңәйә, бәләкәстәр сәсәк, һыу сәсәге кеүек балалар инфекциялары эләктереүсән. Шулай уҡ һыуыҡ тейә. Балалар учреждениеларында төркөмдәрҙе инсоляциялау яҡшы һөҙөмтә бирә. Календарға ярашлы профилактик прививкаларҙы ваҡытында башҡарып барыу зарур.
Мәктәп йәшендә терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары йыш осрай, сколиоз, күрәшлек, нервы-психик тайпылыуҙар өҫтәлә. Был ауырыуҙарҙы нисек иҫкәртеп була һуң? Дөрөҫ мебель, яҡты лампа һайлау, дәрес әҙерләү өсөн уңайлы, тыныс урын булдырыу мөһим. Быларға сыныҡтырыуҙы, уҡыу әсбаптарын дөрөҫ һайлауҙы ла өҫтәйек.
– Мәктәп уҡыусылары йыш ҡына башы ауыртыуға, хәле юҡлыҡҡа зарлана...
– Балаға уҡыуҙан тыш та байтаҡ эмоциональ, интеллектуаль йөкләмә ята. Контроль, өйгә эштәр, тиҫтерҙәре менән аралашыу, түңәрәктәргә йөрөү – былар барыһы ла тығыҙ графикка теҙелә. Бәләкәстәр дөрөҫ кенә итеп көнөн ойоштора белмәй әле. Шуның өсөн дә был тәңгәлдә атай-әсәйҙән ярҙам кәрәк. Шуны ла иҫәптә тотоғоҙ: ял өсөн дә мотлаҡ ваҡыт ҡалырға тейеш.
Баланың башы һирәкләп ауырта икән, уны иҫкәртеп була. Арыу, йоҡо туймау, стресс кисереү, уҡыу процесын дөрөҫ ойоштормау сәбәпсе булырға мөмкин. Әгәр был хәл даими ҡабатланһа, етди сәбәп булыуы ла бар. Асыҡлау өсөн көндәлек алып барырға кәңәш итәм – хәлдең ниндәй ваҡиғаларға бәйле икәне шунда уҡ күренер. Баланың йоҡоһо туйһын, дөрөҫ туҡланһын, бигерәк тә иртәнге ашты ҡалдырмаһын, физик әүҙемлек тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Парта, өҫтәл артында дөрөҫ ултырыу мускулдарҙы көсөргәнештән һаҡлай. Етерлек һыу эсеү, гаджеттар менән оҙаҡ ултырмау... – былар береһе лә яңылыҡ түгел, әммә мотлаҡ ҡағиҙәләр.
Гөлшат Ҡунафина әңгәмәләште