

Рауза Исмәғил ҡыҙының фекере менән килешмәү ҙә мөмкин түгел. Ысынлап та, беҙ ғүмерҙең күп өлөшөн үҙ-үҙебеҙ менән, тирә-яҡ һәм хатта йыһан менән дә көрәшеп үткәрәбеҙ бит. Ә шул уҡ ваҡытта күктәргә рәхмәтле булып, барына шөкөр ҡылып көн итә белеү ҙә аҡыл. Йәшәйештең бәләкәй, ваҡ, күҙгә ташланмаҫ бәхет-шатлыҡтарын күреп, аңғарып.
Ҡатын-ҡыҙ ғүмеренең һәр миҙгеленең – үҙ бәхете һәм улар бер-береһенә оҡшамаһа ла, тулы бәхеттең берәр өлөшө булып тора, тип иҫәпләй Рауза апай һәм был теҙмәне ошолай тип аңлата:
– Атайыбыҙ һуғыштан имен-һау ҡайтып, миңә һәм башҡа туғандарыма донъяға килеү бәхетен биргән. Атай-әсәйле булыу бала сағымды тулы бәхетле итте. Мөхәббәттә ниндәйҙер бер юлдарын ябып, көтөлмәгәндәрен асып та мине бәхетле итергә теләгән Хоҙай Тәғәләм. Ул миңә иң яҡшы ир-уҙаманды ебәргән. Һөйөклөмдән мин яратыу, ҡәҙер-хөрмәт, ныҡлы терәк, ышаныс һәм хөрмәт күреп кенә йәшәнем. Унан инде балаларым әсәлек бәхете булып килде, улдарым ир ҡорона инде лә киленле итте. Уландарыңа тиң пар, уларҙың йөрәген яулар ҡыҙҙар килеп хасил булыуы ла еңел мәсьәлә түгел бит. Был тәңгәлдә лә ҡәнәғәт һәм хатта бәхетле булып ҡалдым, тип әйтә алам. Ә бөгөнгө бәхеттең бәхете инде – ейәндәр. Футбол командаһындай малайҙар беҙҙә!
Яратҡан эшен дә бәхеттең бер төрө итеп ҡабул итә героинябыҙ. Шул өлкәлә үҫешеү өсөн туҡтауһыҙ белем эстәгән дә. Мәскәү иҡтисад институтын, Рәсәй дәүләт социаль университетын, Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалының психология факультетын тамамлаған балалар үҫтергән, камиллашҡан, тәжрибә туплаған арала. Сөнки тап ана шул тырышлығы, хеҙмәт һөйөүе, бурыстарына яуаплы ҡарай белеүе менән дә юғары уңыштарға өлгәшкән бит ул. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Хөкүмәт наградалары – бер, ә халыҡтың эскерһеҙ һөйөүе, ҡалалаштарының юғары баһаһы һәм рәхмәте – икенсе, күпкә юғарыраҡ рухи билдәләмә ул.
Миләүшә Ҡаһарманова.