+30 °С
Болотло

Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.

Бөгөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналы “Ҡатын-ҡыҙ лидерлығы: бизнес мөмкинлектәрен үҫтереүсе партнерлыҡ” панель дискуссияһы майҙансығында булды. Уны “Бизнеста ҡатын-ҡыҙ” ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе ойошторҙо һәм алып барҙы. Дискуссияла Ҡытай, Төркиә, Габондан, Мәскәүҙән вәкилдәр һәм спикерҙар ҡатнашты.

Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Фәнүр ҡыҙы Ғибәҙуллина ҡатын-ҡыҙҙың бөтә өлкәләрҙә лә барлыҡҡа килтереүсе, тыуҙырыусы булыуын билдәләп, Башҡортостандағы эшҡыуарҙарҙың 40 проценты ҡатын-ҡыҙ  һәм дәүләт ярҙамын да иң күп ҡулланғаны ла – ҡатын-ҡыҙ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһына, өйрәнә һәм ҡуллана, тине ул.

“Р. Хәбиров та, А. Назаров та эшҡыуарлыҡҡа бик иғтибарлы, улар эшҡыуарҙар, йәштәр менән йыш осраша, уларҙың проблемалары хаҡында ҡыҙыҡһына. Дәүләт тарафынан эшҡыуарҙарға бик күп ярҙам саралары булдырылған. Мәҫәлән, льготалы кредит, льготалы лизинг, остазлыҡ институты булдырылған. Әлеге көндә республика инвестицион яҡтан ҡыҙыҡһыдырусы региондар араһынан өсөнсө урында тора”, - тине А. Ғибәҙуллина.

 Конкина Алиса Михайловнаның маркетплейстар хаҡындағы сығышы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Хәҙерге цифровизация шарттарында тап маркетплейс аша һатыу шәп һөҙөмтәләргә килтереүе әйтелде. Маркетплейстар араһынан беренсе урында Wildberries, икенсе -  Ozon , өсөнсө – Яндекс Маркет. Улар аша һатҡанда хатта сит илдәргә лә сығыу мөмкинлеге асыла. Был юҫыҡтан Ҡытайҙан килгән Ван Ялиндың сығышы иғтибарға лайыҡ. Нәзәкәтле ханым нисек итеп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлап, клиенттарынан коллегаларына әйләндереп, улар менән бергә эшләп, күп миллионлы килем килтерерлек бизнес булдырыуы һәм хәҙер төрлө илдәр менән контракт төҙөүе хаҡында һөйләне. “Был уңыштың сере - бирешмәҫкә” , - тине ул.

Башҡортостан Республикаһында башлыҡтың хоҡуҡ яҡлау буйынса кәңәшсеһе Анна Анатольевна Иҙрисова эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндә документтарҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тултырыуға иғтибарын йәлеп итте, кәңәштәрен бирҙе.

 

Хәҙерге заманда, милли кейемгә иғтибар көсәйгән ваҡытта, милли кейемдәр менән шөғөлләнеүсе Эмма Лейбовна Пархоменконың сығышы урынлды булды, ул “Салауат” ательеһын булдырған һәм кейем тектерергә теләүселәрҙе саҡырҙы. Стоматология буйынса шөғөлләнеүсе Айгөл Шәрипова теш врачтарын Дубайҙа үтәсәк ҙур форумға саҡырҙы.

Был дискуссия эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик файҙалы булды, әлеге ваҡытта үҙ эшен булдырып йөрөүселәрҙең рухын күтәрҙе, киләсәктә эшҡыуар булырға теләүселәргә әйҙәүсе көс бирҙе.

 

Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Бөгөн Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы башланды.
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас