"Башҡортостан ҡыҙы" ғүмерем буйы яратып уҡыған журналым. Ул йәш саҡта кәңәшсем дә, серҙәшем дә булды.
Әнейем мәрхүмә журналға һәр саҡ мәҡәләләр яҙыр ине. Архивтан эҙләнеп, тап ине шуларҙы. Кешеләр килеп, "илай- илай уҡыным яҙғандарыңды, Роза апай, рәхмәт һиңә" тип, әйткәндәре иҫемдә.
Үҙем дә, һәр саҡ, төпкөл ауылда булһам да, тик ятмай, журнал ойошторған бәйгеләрҙә ҡатнашып торҙом. "Иң шәп баҡсасы", "Алъяпҡысым аллы-гөллө, селтәрле" бәйгеләрендә еңеп, Йомабикә Ильясова апай (ул саҡтарҙа баш мөхәррир ине) ауылға килеп, бүләктәрен тапшырған ине.
Өфөлә йәшәй башлағас инде, Гөлшат Кунафина килеп, "Тәмлекәс" рубрикаһында баҫып сығарҙы.
Шиғырҙарым шәлкемен баҫтырып бер ҙур күңел байрамы эшләне "Башҡортостан ҡыҙы"
"Әсә йөрәге" шиғыр бәйгеһендә ҡатнашып, еңеүсе булыу бәхетен дә татытты был журнал.
Дуҫлығыбыҙ ныҡ, әлхәмдулиллаһ.
Беҙ "Башҡортостан ҡыҙы" менән "гадуктар", бер йылды тыуғанбыҙ, юбилейҙар ҙа бергә- бергә үтеп барғанға, уға арнап яҙған бер шиғырым да бар әле.
Аҡ битеңде асып һалып
Һинең менән һөйләшәм.
Һинән йылы алып, мин дә
Өшөгәнгә өләшәм.
Һәр һаныңда мин үҙемә
Яңы әхирәт табам.
Алып етмәгән аҡылды
Һинең биттәрҙән алам.
Беҙ тиңдәш тә, беҙ серҙәш тә
Фекерҙәш, теләктәш тә,
Ерем, телем, халҡым өсөн
Хаҡ яуҙа көрәштәш тә.
Батыр, матурҙың әсәһе,
Ирҙең ныҡлы тылы беҙ.
Ҡәләм менән яу туҡтатыр
Башҡортостан ҡыҙы беҙ".