Яңы тамаша тормош менән батырлыҡ араһындағы нескә сик, ысын туғанлыҡ көсө, тыуған йорт йылыһы һәм яҡындары хаҡына көрәшергә әҙер булған йөрәк тураһында. Спектаклдә бөгөнгө заман батырҙары - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың күңел кисерештәре, өмөт - ышаныстары һәм мөхәббәте менән тулы ысын тарих йәнләнә. Режиссер әҫәрҙең төп идеяһын - дуҫлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ хистәрен сағыу һәм тәрән тойғолар аша асып бирергә тырыша.

Сценарий авторҙары: Илнур Лоҡманов һәм Розалия Солтангәрәева. Шиғырҙар авторы: Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Лариса Абдуллина. Шиғырҙарҙы тәржемә итеүселәр: Андрей Расторгуев һәм Мәмәт Хәлилов. Композитор: Арыҫлан Әхмәтов. Яҡтыртыу буйынса рәссам: Эмиль Исмағулев.
🧷Режиссеры - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.
📆16 декабрь, 19.00 сәғәттә. Спектакль рус телендә
📍«Атайсал» мәҙәниәт үҙәге, Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17
🎫Билеттар:
https://vk.cc/cRDWey, Пушкин картаһы ғәмәлдә