+30 °С
Болотло

ДИМЛӘЙБЕҘ

Ҡайҙа икән йән һөйгәнем, һеҙҙең арала юҡмы? Ҡәҙерле дуҫтар! «Башҡортостан ҡыҙы»ның димсе клубы  «Бәйләнештә»   сайтында  мартта  уҡ  (https://vk.com/wall-37933420_65897) үҙ эшен  башлап ебәргәйне. Журнал биттәрендә дауам итәбеҙ. Түбәндәге абоненттар араһынан үҙегеҙҙең күңелегеҙгә ятҡан егетте йәки ҡыҙҙы һайлап,  «Бәйләнештә» сайтында Роза Хөснуллинаға мөрәжәғәт итегеҙ.

ДИМЛӘЙБЕҘДИМЛӘЙБЕҘ
ДИМЛӘЙБЕҘ
  1. Ир-егет. 38 йәштә, өйләнмәгән, профессиональ бейеүсе, диндә, эсмәй, тартмай, ата-әсәһе менән йәшәй, хәрби хеҙмәт юлын үтеп, әле ситтә, тыныс хеҙмәттә эшләп йөрөй. 25–38 йәштәрҙәге аҡыллы, тормош ҡороуға етди ҡараған ҡатын-ҡыҙ менән танышырға теләй.
  2. Ир-егет. 38 йәштә, өйләнмәгән, эсмәй, тартмай, әсәһе менән йәшәй, район мәҙәниәт йортонда эшләй. Хыялы – 20–38 йәштәрҙәге тормош ҡорорға әҙер булған һылыу менән танышыу.
  3. Ир-егет. 43 йәштә. Өйләнмәгән, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара, сәйәхәт ярата, 25–39 йәштәрҙәге, тормошҡа етди ҡараған, бала таба алған ҡатын-ҡыҙ менән донъя ҡорорға теләй.
  4. Ҡатын-ҡыҙ. 34 йәштә, һөнәре юрист, тыныс холоҡло, аҡыллы, зифа буйлы, оҙон сәсле, бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булмаған. 30-40 йәштәрҙәге етди, тыныс холоҡло, тормош ҡора алырлыҡ ир-егет менән сәсен-сәскә бәйләргә әҙер.
  5. Ҡатын-ҡыҙ. 38 йәштә, һомғол буйлы, ҡара сәсле, ҡара күҙле, асыҡ, мөләйем йәш ҡатын һигеҙ йәшлек улына атай булырҙай 38–48 йәштәр самаһындағы ир-ат менән танышырға теләй. Талаптары: етди, эсеү-тартыу менән мауыҡмаған, эшләгән, ярҙамсыл.
  6. Ҡатын-ҡыҙ. 49 йәштә, Өфө ҡалаһында йәшәгән, күсергә риза булмаған, һомғол буйлы, оҙон сәсле, сибәр ҡатын-ҡыҙ фатирлы, ышаныслы, аяҡғында ныҡлы баҫып торған, матди һәм эмоциональ яҡтан тотороҡло, тол ир-егет менән танышырға теләй. 
Автор:
Читайте нас