+30 °С
Болотло

Башҡортса китаптар кәрәк

Аҡъяр балалар китапханаһы мөдире, «Модулле китапханаларҙың иң яҡшы китапханасыһы» Рәзилә Риф ҡыҙы Ишназарова:

Башҡортса китаптар  кәрәкБашҡортса китаптар  кәрәк
Башҡортса китаптар кәрәк

– Башҡортса китаптар әҙ, – тип әсенеп һөйләй Рәзилә Риф ҡыҙы, –  бигерәк тә был ололар бүлегендә эшләгәндә  һиҙелә торғайны. Уҡыусы килә лә: «Миңә шул-шул авторҙың яңы   сыҡҡан  китабын  бирегеҙ әле?» – тип һорай. Ә беҙҙә улар юҡ, сөнки үҙәк нәшриәттән яңы башҡорт китаптары бөртөкләп кенә таратыла. Күп осраҡта килеп тә етмәй. Әле иһә бәләкәстәр, үҫмерҙәр өсөн мауығып уҡырлыҡ башҡортса китаптарға мохтажбыҙ. Бар улар, тик бик наҡыҫ. Тағы ла ошо урында балалар өсөн башҡорт китаптары сағыу, эре матур һүрәтле, тышынан уҡ арбап-тартып торған булһасы, тип теләр инем. Һәм эстәлеге лә уҡыусыһын ялмап йоторлоҡ булһын. Баланы бит алдап булмай, ул ҡарашы тартҡанға үрелә. Ҙурыраҡтары үҙ ҡыҙыҡһыныуына тура килгән мажараларҙы, фантастиканы, детективтарҙы, хис-тойғолар сағылған әҫәрҙәрҙе эҙләй. Унан инде мине кескәйҙәр өсөн яҙылған башҡорт китаптарындағы телдең ҡатмарлылығы, оҙон ауыр һөйләмдәр, геройҙарҙың тәбиғи булмағанса яһалма аралашыуы, артыҡ сөсө һәм бөҙрә һөйләшеүе аҙыраҡ шикләндерә. Ололарға аңлауы ауыр булғанды нисек итеп бала ҡабул итергә тейеш икән? Уйланырға урын бар, шулай бит.

Балаға бер ниндәй ҙә байлыҡ бирә алмауы бар ата-әсәнең, әммә әгәр китап уҡырға өйрәтһә, кескәйҙәр шул әсбаптарҙан әллә күпме күңел һәм рух байлығы алырға, белеме менән бейек үрҙәргә күтәрелергә, алыҫ ерҙәрҙе иңләргә, төпкөл серҙәргә төшөнөргә мөмкин, тигәнгә бөтә йөрәге менән ышана Рәзилә ханым.

 

Фото Рәзилә Риф ҡыҙының ғаилә архивынан

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас