

1. Ҡолаҡ осо. Ҡолаҡтың өҫкө өлөшө туранан-тура арҡа һәм яурындар менән бәйләнгән. Көн һайын 1 минут эсендә был нөктәгә баҫып, һеҙ был урындарҙа көсөргәнешлекте кәметә алаһығыҙ. Айырыуса ултыраҡ йәшәү рәүеше алып барған кешеләр өсөн актуаль.
2. Ҡолаҡ бөгөлөнөң өҫкө өлөшө. Ҡолаҡтың был нөктәһе эске ағзалар менән бәйле. Шуға күрә, әгәр һеҙ эске уңайһыҙлыҡ, аңлашылмаған арығанлыҡ тойһағыҙ, был урынға ҡыҫтырғыс ҡуйығыҙ. 20 секундтан һуң һеҙгә еңелерәк буласаҡ (уңайһыҙлыҡтың төп сәбәбен асыҡлау өсөн табипҡа мөрәжәғәт итергә онотмағыҙ).
3. Ҡолаҡтың өҫкө уртаһы. Ҡолаҡтың был өлөшө быуындар менән бәйле. Компьютер артында оҙаҡ ултырғандан һуң быуындарҙың ауыртыуын һәм арыуын бөтөрөү өсөн ошо нөктәгә баҫығыҙ.
4. Ҡолаҡтың аҫҡы урта өлөшө. Ҡолаҡтың аҫҡы уртаһына баҫып, танауҙы асып ебәрә һәм тамаҡҡа еңеллек бирә. Был танау тығылғанда бик эффектив юл.
5. Йәберсәк өҫтөндә (Над мочкой уха). Ҡолаҡтың йәберсәге өҫтөндәге нөктә аш һеңдереү менән бәйле. Унда кер ҡыҫтырғысты йәбештереп, һеҙ ҡорһаҡ һәм эсәк ауыртыуын еңеләйтәһегеҙ.
6. Йәберсәк. Был нөктә йөрәк һәм баш менән бәйле. Йөрәк һаулығын һаҡлау, шулай уҡ мигрень һәм баш ауыртыуҙы бөтөрөү өсөн, йәберсәккә (мочка) баҫығыҙ.