+30 °С
Облачно

– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?

Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек? Элекке менән уртаҡ һәм айырым яҡтары? Белем усаҡтарының киләсәге бармы? «Фекер  табыны» рубрикаһының сираттағы ҡунаҡтары – Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса мөғәллимәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлниса Мәхийәнова, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһының математика  уҡытыусыһы Айрат Мостафин һәм 2-се республика полилингваль күп профилле «Смарт» гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ләйсән Сафиуллина.

– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?
– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?

Гөлниса Мәхийәнова:

– Яңы, йәш белгестәр етмәү сәбәпле, уҡытыусының эш сәғәте күп. Ул  елкәһенә өҫтәмә йөкләмәләр алып, көнөнә һигеҙ сәғәт уҡытырға мәжбүр. Бөгөн төрлө конкурстарҙың бихисап булыуы ла уйландыра. Һәр көн ниндәйҙер бәйге, ә класы булған уҡытыусы уларҙы әҙерләмәһә, эшләмәгән кеүек күренә. Әҙерләйем тиһә, өлгөрөргә, йүгерергә, ат кеүек сабырға кәрәк, сөнки бәйгеләрҙең ҡатнашыу ваҡыты ҡыҫҡа. Был хәл олимпиадаларға ла ҡағыла. Элек бер генә – Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы үткәрелә һәм беҙ уға ентекле әҙерләнә инек. Хәҙер уларҙың да, төрлө фәнни-ғәмәли конферен-цияларҙың да ниндәйе генә юҡ! Ошоларҙың барыһы ла иғтибарҙы төп эшебеҙ – уҡытыуҙан ситкә йүнәлтә. Шунан, әлбиттә, барыбыҙ ҙа белем кимәленең сифатһыҙ, түбән

булыуына зарлана. Элек белем системаһы бер тәртипкә, яйға һалынған кеүек ине. Ул саҡта, бөгөн тағы нимә уйлап табырҙар, үҙгәртерҙәр икән, тигән һорау торманы. Хәҙер мәғарифта үҙгәртеп-ҡороуҙар күп. Моғайын да, ниндәйҙер бер нөктәлә туҡтарға кәрәктер. Уҡытыу пландары ла, уҡыу программалары ла йыш алмашына. Инде әсбаптарҙы комплектлап бөтһәк, ул иҫке һаналып, яңыһы сыға. Берҙәм дәүләт имтихандарын ҙур ауырлыҡ менән тормошҡа ашырҙыҡ, инде өйрәндек, яйға һалдыҡ, тиһәк, уны киләсәктә бөтөрөү тураһында  һүҙҙәр ишетелә. Алда ни булырын аныҡ ҡына күҙаллап булмай әлегә.

Айрат Мостафин:

– Бөгөнгө белем биреү системаһында, тураһын әйтәм, күп осраҡта ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрә. Был бигерәк тә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында сағыла. Шундай көслө уҡытыусылар ҡатнаша, ә еңеүгә кемдең блат-сваты бар, шул өлгәшә. Иң ҡыҙғанысы – бөтә нәмә аҡсаға бәйләнгән һәм һатыла. Ярай, беҙ, уҡытыусылар, барыһын аңлап-күреп, төшөнөп торабыҙ, ә бына уҡыусылар ҡатнашлығында үткән бәйгеләрҙә лә ошондай хәл-ваҡиғалар күҙәтелеүе шул тиклем түбәнселек! Бөтә көстәрен һалып, дәртләнеп, етди әҙерләнгән балаларҙың ҡанаттарын ҡайырыу бит был. Шәхсән, хәлемдән килгәнсә, системаға ҡаршы торорға тырышам, сөнки үҙ һөнәремде хөрмәт итәм, яратам.

Ләйсән САфиуллина:

– Мин коллегамдың фекере менән килешмәйем. 2006 йылда эш башлаған осорҙан «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» конкурсын күҙәтеп барам. Ниндәй рухлы, телһөйәр-илһөйәр мөғәллимдәрҙең исемен асты ул! Улар Рәсәй кимәлендәге һөнәри бәйгеләрҙә Башҡортостан данын яҡланы, ҙур уңыштарға өлгәште. Ә заманса технологиялар эшебеҙҙе, ысынлап та, еңелләштерә. Яңы асылған мәктәптәрҙә санитар нормаларға ҙур иғтибар бүленеүе ҡыуаныслы хәл. Бөгөнгө заман уҡыусыһының фекерләү ҡеүәһе яңыса, үҙенсәлекле. Улар өсөн күп, уңай мөмкинлектәр булдырылған, беҙҙең осорҙа һәләтебеҙҙе асырға, үҫтерергә шарттар аҙыраҡ ине. Хәҙерге уҡыусыларҙың өйҙә генә ултырып, дистанцион рәүештә төрлө бәйгелә үҙ көстәрен һынай алыуы, күп яҡлы ынтылыштары, киң фекерле булыуҙары шатландыра.

Белем усаҡтарының киләсәге барлығына ихлас ышанам. Мәктәпһеҙ, уҡытыусыһыҙ бер профессия ла була алмай. Уның киләсәге мотлаҡ булырға тейеш. Ә йәш белгестәр эшкә ылыҡһын, килһен өсөн дәүләт тарафынан уҡытыусының статусын күтәреү зарур, уның  юридик яҡтан нығытылған һәм яҡлаулы булыуы мөһим. Сөнки ҡайһы саҡта уҡытыусы  ата-әсәләр, шул уҡ уҡыусылар алдында  ла ниндәйҙер сетерекле хәлдәрҙә хоҡуҡһыҙ ҡала.

Беҙҙең гимназияла, шөкөр, йәш белгестәр эшләй. Көслө уҡытыусылар коллективы тупланған. Йәш булһалар ҙа,  һөнәри, ижади бәйгеләрҙә ҙур еңеүҙәр яулайҙар. Ғөмүмән, рухлы, көслө йәш уҡытыусыларыбыҙға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

 

Айзилә Мортаева.

– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?
– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?
– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?
– Әле уҡытыу системаһының хәл-торошо нисек?
Автор:
Читайте нас