

Блогер – журналист түгел
Мәғлүмәт сараларының меңләгән белгесен йыйғайны форум. Пленар өлөштә Рәсәй журналистикаһының иң сағыу шәхестәре: Рәсәй журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, билдәле тележурналист Алексей Пушков, «Московский комсомолец» гәзитенең баш мөхәррире Павел Гусев, телетапшырыуҙар алып барыусы Арина Шарапова-лар – бөгөнгө мәғлүмәти ысынбарлыҡ, фейктар һәм алдаҡ менән көрәш, блогерлыҡ модаһы һәм башҡалар хаҡында һөйләне.
Алексей Пушков, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тураһында һүҙ алып барғанда, «Рәсәйҙең мәғлүмәти сикле, бикле булыуы емерелде» тине. Көнбайышта беҙҙең хаҡта нисек насар яҙһалар – шуны дауам итәләр, дөрөҫлөктө боҙалар, әммә тапшырыуҙарында ла, сәйәсмәндәре сығышында ла «Рәсәй изоляцияһы» тигән термин юғалды. Сөнки ярты ил Ҡазанға БРИКС саммитына килә йәки Пекин ШОС саммитында егерменән ашыу дәүләт башлыҡтары йыйыла икән, ниндәй изоляция булыуы мөмкин?
Павел Гусев шәхси мәғлүмәт сараларын һәм модалы тенденцияларҙы үҫтереү темаларын ҡуҙғатты. «Бөгөн барыһы ла шәхси эшҡыуарлыҡты күтәреү тураһында һөйләй. Тик был ниңәлер мәғлүмәт сараларына ҡағылмай. Баҫма продукция үлеп бара, тибеҙ. Көнбайышҡа күҙ һалырға яратмайбыҙ, әммә тәжрибә һабағы алыу зыян итмәҫ ине. АҠШ-та, мәҫәлән, ҡағыҙ баҫмалар нәшер итеү алға киткән. Бында идеология ла, бизнес-аудиториялар ҙа бергә эшләгәндер, гәзит-журнал уҡыу модаға ингән».
Владимир Соловьевтың әйткәндәре бөгөнгө көн ҡаҙағына һуғып, уйға һалды:
– Һеҙ – профессионал журналистар. Махсус белемле, мәҙәни һәм әхлаҡи сиктәрҙе тотҡан, яуаплылыҡ тойған, закон нигеҙендә кеше хоҡуҡтарын һаҡлай алған һәм башҡалар. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, бына ошо һөнәр эйәләре мәғлүмәти киңлекте ташлап китте, ти. Йәғни, һеҙ икенсе өлкәгә күстегеҙ. Был бушлыҡты блогерҙар биләп тә аласаҡ. Ә блогер – журналист түгел. Улар нимә фонында ла иң беренсе үҙҙәрен күрһәтергә ынтыласаҡ. Һәм киләсәк – хаос...
Был фекер ысынлап та бөгөнгө интернет донъяһының характерын дөрөҫ билдәләй. Һәм Союз рәйесенең тел төбөндә лә профессиональ журналистиканы һаҡлап ҡалыу, баҫма матбуғатты бөтөрмәү, халыҡты юғары кимәлдәге, зауыҡлы, нигеҙле мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙе хуплау ята. Был, әлбиттә, беҙҙең ағай-эненең иң ҙур хәсрәте һәм форумда ла был проблемалар уртаға ҡуйылды.
«Бер мәғлүмәт тә ғүмер хаҡына тормай»
Хәрби корреспонденттар менән әңгәмә, моғайын, береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Беҙ уларҙы телевизорҙан күреп өйрәнгәнбеҙ, таныйбыҙ. Һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡыҙыу нөктәнән хәбәр ебәргән һәм, ғәҙәттә, каскала, бронежилетта булған был ир-егеттәрҙең ябай кейемдә ҡаршыла ултырыуы, нисектер, сәйер ҙә булды. «Рәсәй 1» телеканалы журналисы Антон Степаненко менән «Беренсе канал» хәбәрсеһе Гусейн Гусейнов ине улар. Военкорҙар менән һөйләшеүҙе Рәсәй журналистар союзы сәркәтибе Алексей Вишневский алып барҙы.
Антон Евгеньевич 1997 йылдан «Беренсе канал» журналисы була. «Яңылыҡтар», «Ваҡыт», «Миҙгелдәр», «Сергей Доренконың автор программаһы» тапшырыуҙары өсөн эшләй. Югославия, Көньяҡ Осетин, Чечен, Чад республикаларында, Иракта, Суданда, Афғанстанда, Тажикстанда, Бейрутта «ҡыҙыу нөктәләрҙә» була. Ҡырғыҙстандағы төҫлө революцияларҙы һәм Ош ҡалаһындағы милли бәрелештәрҙе яҡтырта. Көньяҡ Осетиялағы биш көнлөк ҡан ҡойош тураһындағы «Цхинвал яралары», «Цхинвал. Һуғыштан һуңғы тормош» документаль фильмдар авторы ла ул. 2019 йылда хәбәрсенең М. Дураев менән берлектәге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында НКВД тарафынан ҡарасай халҡына булған геноцид хаҡындағы «Онотолоуға дусар ителгәндәр» тигән тапшырыуы сыға. 2017 йылдан Антон Степаненко «Рәсәй 1» каналында. Бөгөн ул махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтмай тиерлек. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры.
Гусейн Гусейнов коллегаһы Степаненконан байтаҡҡа йәш, шулай ҙа Сирияла, грузин-абхаз конфликттарында тәжрибә туплап өлгөргән, әле Украинала алғы һыҙыҡты яҡтырта. Ул да Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. Бына шундай егеттәр улар ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама биргәндә. Беҙҙе, әлбиттә, хәрби журналистарҙың һөнәрҙәренә бәйле хәл-ваҡиғалар, тарихтар һәм үҙҙәренең фекерҙәре ҡыҙыҡһындырҙы.
– Беҙҙең тележурналист һөнәренең минусы шунда – яңылыҡтарҙа репортаж бер күрһәтелә лә, онотола, – тип һөйләй Антон Евгеньевич. – Бик булмаһа бер-ике йә өс эфир сығырға мөмкин. Икенсе көн был яңылыҡты кемдәрҙеңдер иҫләүе лә икеле. Гәзит-журнал мәҡәләләре, минеңсә, ғүмерлерәк. Уларҙы ҡабаттан алып-алып уҡырға, уйланырға була. Ә беҙҙең эштә барыһы ла ашығыс һәм ҡабалан. Һәм практик журналист булараҡ та һөнәремдең ошо яҡтары тураһында әйтергә бурыслымындыр. Был шөғөл бик күп ваҡытты ала, аҡсаны, күңел көсөн, сәләмәтлекте һура, шәхси тормошҡа зыян килтерә. Хәрби зонала һеҙ яралана һәм хатта һәләк булып та ҡуя алаһығыҙ. Минең, мәҫәлән, күп кенә коллегаларым ятып ҡалды. Әммә нисек кенә булғанда ла, был эш миңә оҡшай һәм мин уны ысын йөрәктән яратып, бирелеп башҡарам.
Гусейндың әйткәндәре бөгөн үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып хәрби журналист булып йөрөүенә ҡаршы килгәндәй ҙә:
– Бер ниндәй мәғлүмәт тә ғүмер хаҡына тормай. Һин ниндәй генә герой булһаң да, иң ҡурҡыныс урындарҙан шәп мәғлүмәттәр алып сыға алһаң да, арымаһаң-талмаһаң да... үлем өсөн бары сүпһең. Беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек һәм кисерҙек. Бөгөн һөйләшеп торған егеттәр иртәгеһе көн юҡ, әле генә төшөрөп алған йорт емерек, яңы йылмайып торған йөҙҙәр ҡан эсендә ята һәм башҡалар. Миңә шуға ла атыш һәм алыш мәлен түгел, ә кешеләрҙең, һалдаттарҙың кисерештәрен, эмоцияларын биреү, улар менән аралашыу мәле ҡәҙерле. Журналист бит ул хәрби һөнәр кешеһе түгел, ул ғәҙәти булмаған хәлдәргә яраҡлаша ғына.
Шулай уҡ егеттәрҙең икеһе лә «хеҙмәтегеҙҙе яратып башҡарығыҙ, әгәр оҡшамай йәки хәлегеҙҙән килмәй икән – булышмағыҙ» тигән ҡырҡыу ғына фекер ҙә әйтте. Тағы ла «хәрби корреспондент булыу ҡатын-ҡыҙ һөнәре түгел» тип тә билдәләнеләр. Был тәңгәлдә иһә бәхәстәр ҙә, хисле генә сығыштар ҙа булды. Унан тыш башҡа төрлө һорауҙар ҙа, яуаптар ҙа залдан шаңдау тапты, кемуҙарҙан ҡулдар күтәрелде, әйтеп ҡалырға теләүселәр күп ине. Шул иҫәптән «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов етәкселегендәге Башҡортостан журналистары ла махсус хәрби операция зонаһына барған командировкалары хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Әйткәндәй, беҙҙең республика хәбәрселәре был тәңгәлдә иң әүҙеме һәм, әгәр артыҡ тыйнаҡһыҙлыҡ булмаһа, ҡыйыуы икән, тип өҫтәргә лә була. Күп нәмә сағыштырыуҙа беленә бит.
Миләүшә Ҡаһарманова