+30 °С
Болотло

Факил Мырҙаҡаевҡа – 75 йәш!

Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортонда яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факил Сәлих улын Мырҙаҡаевҡа 75 йәше айҡанлы тәбрик итеп үттеләр.

Факил Мырҙаҡаевҡа – 75 йәш!Факил Мырҙаҡаевҡа – 75 йәш!
Факил Мырҙаҡаевҡа – 75 йәш!

Ҡотлау сараһында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, уның урынбаҫары Илһам Йәндәүләтов, шулай уҡ яҙыусы эшләп киткән баҫмаларҙан  “Башҡортостан” гәзитенең баш редакторы Вәдүт Исхаков, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөхәррире Роза Хөснуллина ҡатнашты.

 

Факил Мырҙаҡаевтың төплө, һәләтле, күп ҡырлы журналист та, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн күп ижад иткән, тотош быуынды тәрбиәләүсе яҙыусы ла, гәзит-журналдарҙы баҫтырып сығарғанда ҙур яуаплылыҡты үҙ иңдәренә күтәреп тороусы хеҙмәткәр ҙә булыуы иҫкә төшөрөлдө. Уның йәш хәбәрселәр өсөн сығарылған әсбабы, афоризмдар тупланмаһы башҡорт халҡы өсөн киң ҡулланылған китаптар булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Факил Мырҙаҡаев ун йыл (1986-1996) “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы сәркәтибе булған. “Ул йылдарҙа журналыбыҙҙың тиражы 120 меңгә тиклем барып етә ине”, - тип хәтерләй атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Коллегалары Факил Сәлих улына ҡотлап, уға оҙон ғүмер, сәләмәтлек, уңыштар теләне.

Автор:
Читайте нас