+30 °С
Облачно

• БЕР ГЕНӘ ХӨРМӘ

Хөрмә халыҡ медицинаһында бәүелде ҡыуыусы, иммунитетты күтәреүсе һәм бауырҙы һаҡлаусы тәбиғи сара булараҡ билдәле, әммә уны башҡа күп кенә ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ҡулланырға мөмкин һәм кәрәк. Продукт бета-каротин, сибатол, аскорбин һәм бетулин кислотаһы кеүек антиоксиданттарҙың иҫ киткес запастарын һаҡлай. Улар иртә ҡартайыуҙан, яман шеш һәм башҡа хәүефле ауырыуҙар үҫешенә ҡамасаулай, иммунитетты нығыта. Хөрмәлә ҡеүәтле антибактериаль, шешеүгә ҡаршы һәм антигеморрагик үҙенсәлектәргә эйә булған катехин бар.

•	БЕР ГЕНӘ ХӨРМӘ•	БЕР ГЕНӘ ХӨРМӘ
• БЕР ГЕНӘ ХӨРМӘ
  • Ул остеопороздан, астманан алып диареяға һәм геморройға тиклем дауалай
  • .Тағы ла нимәләрҙән һаҡлай икән хөрмә?
  • Һалҡын тейеүҙән һәм грипптан һаҡлай, сөнки хөрмәлә С витамины күп.
  1. Анемиянан Хөрмәләге тимер ҡан яһау процестарында әүҙем ҡатнаша һәм анемия үҫешенә ҡамасаулай. Ауырыуҙың үҫешен булдырмаҫ өсөн көн һайын йөҙ грамм самаһы хөрмә ашарға кәрәк. Хөрмә япрағынан сәй эсеү ҙә файҙалы.
  2. Бәүел ҡыуыу үҙенсәлектәре. Хөрмәлә емештәре калий һәм кальцийға бай. Көн һайын ашау бәүел ҡыуыу препараттарынан һөҙөмтәлерәк һәм хәүефһеҙерәк, сөнки организмдың калий юғалтыуына килтермәй
  3. Ҡан баҫымын кәметә Әгәр һеҙҙә гипертония булһа, хәрмәне йышыраҡ ашағыҙ. Ул баҫымды кәметергә ярҙам итеүҙән тыш, гипертония менән бәйле йөрәк ауырыуҙарынан да һаҡлай. Был бик яҡшы, ваҡыт һынаған рецепт. Емештең тиреһен алып, йомшаҡлығын миксерҙа һуғығыҙ. Был шыйыҡсаны бер стакан һөт менән бутағыҙ. Аҙнаһына 3 тапҡыр, көнөнә 3 тапҡыр эсегеҙ.

 Ә һеҙ хурманы яратаһығыҙмы?

 

 

Автор:
Читайте нас