+30 °С
Болотло

Һай, телем! Мәҡәлдәр эсендә – мәғәнә

Ҡәйнәмдән ишеткәндәрен яҙып үтәйем әле. Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй фиғеленә лә ҡағылышлы тапҡыр ғына бер әйтем менән фекерен белдерә белә ине ул. Мәҫәлән, берәй ир-егет ҡатындар ауыҙынан ишеткәнен һөйләп ултырһа, әгәр, ул хәбәр шикле булһа, «Бисә теле менән йөрөгән – әжәле етмәй үлгән», тигән була торғайны. Был осраҡта, йәғни дәлилһеҙ хәбәр һөйләмә, сөнки уның өсөн яуап бирергә кәрәк булыуы бар, һәм ир затына үҙ фекерен белдереп өйрәнеү фарызлығы ла һиҙелә. Йәки үҙе берәй ҡатындар йыйылған ерҙә оҙағыраҡ торһа, аят-фәләндә ултыра биреп ҡайтһа, «Утҡа барған ҡатындың утыҙ ауыҙ һүҙе бар» тип, күп хәбәр булыуын аңғартыр ине. Ҡатын-ҡыҙҙың йыйылышып күңел бушатып алыуын, мәғлүмәт менән бүлешеүен, ҡатындарҙың телсәнлеген дөрөҫ аҡлаусы әйтем. Ирле иренә таяна, ирһеҙ биленә таяна инде, тип, яңғыҙ ҡатындарҙың хәлен дә аңлап йәлләп әйтте. Бында билгә таяныу – эреләнеү түгел, ә үҙеңә генә ышанырға тура килеүе, арҡаланыр арҡа булмауы. Унан берәйһенең аҙ ғына нәмәһен дә бүлдереп алырға тура килһә, хәйерсене теләнсе талаған, тип көлдө. Балалар ауырып аҙыҡтан баш тартһа, һин уны ашатам тип ныҡышһаң, «Ауырыу – үҙе аш, көсләмәгеҙ» тине. Берәй оло кеше сирләп ятһа, «Имгә ҡалған – имгәкле» тип ҡуйҙы. Йәғни, уны ҡарау өсөн кемдер кәрәк.

Һай, телем! Мәҡәлдәр эсендә – мәғәнәҺай, телем! Мәҡәлдәр эсендә – мәғәнә
Һай, телем! Мәҡәлдәр эсендә – мәғәнә

Халыҡ араһында йөрөгән шундай ҡыҙыҡ мәҡәлдәр бар. Ололар ауыҙынан ишеткән ҡайһы берҙәренең эстәлеген аңлап та булмай хатта. Ә инде төбөнә төшә башлаһаң, уларҙа бер әҫәрлек, улай ғына түгел, ғүмергә етерлек фәлсәфә, аҡыл һәм мәғәнә ята икән. Ҡайһылары шундай тапҡыр, сәпкә тейҙерә торған, әсе көлә йә еңелсә мәрәкәләй алған, тәнҡите лә, вәғәз уҡығаны ла, кинәйәләп әйткәне лә, ишара яһағаны ла... йәшәйештең бөтә осраҡтарына ла бар беҙҙең мәҡәл-әйтемдәр. Бөгөнгө уҡыусыбыҙ аңлаймы икән был халыҡ ауыҙ-тел ижадының тәғәйенләнешен? Әйҙәгеҙ, шуларҙың серен бергәләп асайыҡ.

 

Ҡәйнәмдән ишеткәндәрен яҙып үтәйем әле. Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй фиғеленә лә ҡағылышлы тапҡыр ғына бер әйтем менән фекерен белдерә белә ине ул. Мәҫәлән, берәй ир-егет ҡатындар ауыҙынан ишеткәнен һөйләп ултырһа, әгәр, ул хәбәр шикле булһа, «Бисә теле менән йөрөгән – әжәле етмәй үлгән», тигән була торғайны. Был осраҡта, йәғни дәлилһеҙ хәбәр һөйләмә, сөнки уның өсөн яуап бирергә кәрәк булыуы бар, һәм ир затына үҙ фекерен белдереп өйрәнеү фарызлығы ла һиҙелә. Йәки үҙе берәй ҡатындар йыйылған ерҙә оҙағыраҡ торһа, аят-фәләндә ултыра биреп ҡайтһа, «Утҡа барған ҡатындың утыҙ ауыҙ һүҙе бар» тип, күп хәбәр булыуын аңғартыр ине. Ҡатын-ҡыҙҙың йыйылышып күңел бушатып алыуын, мәғлүмәт менән бүлешеүен, ҡатындарҙың телсәнлеген дөрөҫ аҡлаусы әйтем. Ирле иренә таяна, ирһеҙ биленә таяна инде, тип, яңғыҙ ҡатындарҙың хәлен дә аңлап йәлләп әйтте. Бында билгә таяныу – эреләнеү түгел, ә үҙеңә генә ышанырға тура килеүе, арҡаланыр арҡа булмауы. Унан берәйһенең аҙ ғына нәмәһен дә бүлдереп алырға тура килһә, хәйерсене теләнсе талаған, тип көлдө. Балалар ауырып аҙыҡтан баш тартһа, һин уны ашатам тип ныҡышһаң, «Ауырыу – үҙе аш, көсләмәгеҙ» тине. Берәй оло кеше сирләп ятһа, «Имгә ҡалған – имгәкле» тип ҡуйҙы. Йәғни, уны ҡарау өсөн кемдер кәрәк.

Әҙәмдәрҙең холҡона бәйле, теге йәки был хәлдәрҙә уянған тәьҫораттарға ҡарата ла әйтеме булды. «Ғәрләнә белмәгәнде әрләмә» тиер ине тәнҡит ишетеп тә сәмселләнмәгәнгә. «Баһымсаҡҡа баҡа ла айғыр» тине берәй йыуаш кешене ҡыйырһытһалар. Тоҙлоҡло һурпа йә майлы иттән баш тартһаң, «Аш ҡәҙере белмәгән таҙҙар» тип орошоп алыр, ә шуны һемереп ҡуйып, «ашҡаҙан эшләмәй» тип мыжығандарға «Э-эй, эт эсенә һары май килешмәй» тип, «Тамаҡтан ингәнде тамаҡтан сығарма, мә, ҡорот иҙеп эс»  тип өйрәтер ине. Был мәғәнәләр борон, аслыҡ замандарҙа, йүнле аҙыҡ күрмәгән халыҡ телендә яралғандыр инде.

Матур мөғәмәләне маҡтағанда «Йылы һүҙ йыланды өңдән сығарған», ти, берәй ауырлыҡ тыуһа, «Нужа күрмәй аҡыл кермәй ата балаларына» тип һамаҡлай. Туғанлыҡҡа бәйле мәҡәлдәрен дә гел урынлы өндәште. Мәҫәлән, туған-ара сыйыш булып алһа, ошоларҙы әйтте: «Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр. Үлем менән бәлә килһә, яман туған да кәрәк. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ». Берәй оҙаҡ күрмәгән туған килеп төшһә, хупланы: «Ит аҫылы – ҡарталыр, зат затына тартылыр. Атам туғанын ала булһа ла, ҡола булһа ла танырмын».

Үҙенең хәбәрен һөйләһә, «Кешене аңлауы бер ҡыйын, үҙеңде аңлауы мең ҡыйын. Уйлап уйым етмәй, буйлап буйым етмәй» тигәнерәк лирик сигенеүҙән башланы, ҡапыл тура әйтмәне. Берәй сетерекле хәлдә «Йән бар ерҙә ҡаза бар инде» тип һүҙ ҡуйыртмау яҡлы булды. Оло быуын хатта үлем хәбәрен дә тыныс ҡабул итә белергә өндәй бит. Кемдеңдер вафатына аптыраһаң, «Уның ғүмерен кем арҡыры ағасҡа бәйләп ҡуйған?   Ғүмер ебе кәтүк ебе түгел кирегә кәтәрләтергә» тип тә ҡуйҙы. Берәйһен «ҡалай олоғайып киткән» тиһәң, «Ҡартайыуға аҡса кәрәкмәй шул» тиер ине...

 

Сәйҙә Ғарипова.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас