

Кушнаренко районы Мәмәк ауылы Ҡаршын ырыуына ҡарай.
Был ырыуҙан күренекле кешеләр сыҡҡан. Улар
бөтә донъяға билдәле балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев, данлыҡлы Хашим Мостаев, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүге профессиональ археолог, Көньяҡ Уралдың сармат археологияһына нигеҙ һалыусы Мәхмүҙә Хисаметдинова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы Мөхәмәт Арыҫланов, биатлонсы, билдәле тренер Миңлеғәле Мөҙәрисов, медицина фәндәре докторы, Ставрополь мединституты профессоры Альберт Вафин, Советтар Союзы Геройы Салих Вәлиев һәм башҡорт халҡының башҡа арҙаҡлы шәхестәре.
Ҡаршындар билдәле ырыуҙаштары менән ғорурлана, үткәнен өйрәнә. Тыуған яғының тарихын өйрәнеүселәренең береһе – Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡыҙы Рида Минһажева.
Рида Әнүәр ҡыҙы тағы ла автор-башҡарыусы ла. Ул Ҡаршын ырыуының гимнын ижад иткән. Бынан тыш уның “Кушнаренко тауҙары”, “Туғандар”, “Һандуғас”, “Ҡотло булһын туйығыҙ” тигән һәм башҡа бүтән йырҙары бар.
Рида Минһажева “Башҡортостан ҡыҙы” журналына илас яҙылды, башҡаларҙы ла баҫмабыҙға яҙылырға өндәй.