

XVIII быуатта ауыл ерлеге Нуғай даруғаһы Бөрйән волосы кешеләре тарафынан урыҫтарға һатыла. Сығышы Даниянан булған, аҙаҡ Рәсәй империяһына хеҙмәт иткән хәрби дворян Карл Ефимович Сиверс була яңы хужа. Латвиялағы билдәле Венден һарайының эйәһе лә ошо немец. Ырымбур яҡтарынан уҡ килеп, баҡыр иретеү заводы төҙөйҙәр бында. Ни өсөн ул төпкөл урманға инеп, тиерһегеҙ? Ә тап шул урман өсөн дә. Баҡырҙы иретеүгә бик күп яғыулыҡ талап ителә. Быға иһә бушлай үҫкән ағастан да ҡулайлыһы юҡ. Шулай итеп, Вознесенка заводын төҙөү 1753 йылда башлана. 1772 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Сиверс был ерлеккә 2363 тирәһе крепостнойын ғаиләләре менән алып килеп урынлаштыра. Завод эшләй, әммә Пугачев ихтилалы мәлендә таланып, емерелеп ҡала. Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та тарих бөгөнгө Ырғыҙлы ауылын күп милләтле иткән дә. Бөрйән районындағы ошондай әллә нисә мәҙәниәт-те, динде һәм менталитетты бергә һыйҙырып, татыу халыҡ итеп йәшәткән уникаль күренеш ул. Шуға ла улар ауылдарына арналған китапсыҡты «Меңдәр араһында берәү» тип атаған.
Ырғыҙлылар –
көслө күс
Баллы ауыл ул Ырғыҙлы. Һәр йортта тиерлек умарталыҡ тоталар, күптәр солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, һәр өйҙә тигәндәй өҫтәлгә бал ҡуялар ҙа аҙыраҡ ҡорттары хаҡында һөйләп алалар. Йәғни, әңгәмәләшеп китеү өсөн нейтраль тема. Шундай ҡыҙыҡлы үҙенсәлек аңғарҙыҡ ырғыҙлыларҙа.
Ауыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан. Әммә хәҙер беҙ һөйләйәсәк күрһәткестәр – улар бер бәйгегә әҙерлек барышында ғына барлыҡҡа килә йәки һөҙөмтәләр бирә торған төшөнсәләр түгел. Мәҫәлән, ауыл халҡының тотошлайы менән саңғысылар булыуы. Тота килеп кенә был спорт төрөнә ылығып та, бер-ике йыл эсендә оҫтарып та булмай. Ныҡлы физик һәм рухи көс талап итә ул. Ырғыҙлыла иһә тәпәй баҫҡанынан алып пенсионерына тиклем саңғыла йүгерә. Йүгерә генә түгел, район, төбәк, республика кимәлендәге ярыштарҙа һыр бирмәйҙәр. Ауылдың үҙ командаһы бар. Бәләкәй спортсының да ҡулында – бер ҡосаҡ миҙал, өлкәндәрҙең дә өҫтәлен ҡаплап Маҡтау грамоталары ята. Ҡатын-ҡыҙҙар журналы булараҡ, уҡыусыларыбыҙға был ауылдың иң оло һәм иң көслө саңғысыһын ғына күрһәтеп үтергә булдыҡ. Рәйсә Байрамғәле ҡыҙы Һөйөшева ул. Сығышы менән Күгәрсен районы Беренсе Түкәт ауылынан, 1983 йылдан ошонда килен булып төшөп тамыр йәйгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Һәм уның яҙмышында ла саңғы ҙур роль уйнай. Ә ул былай килеп сыға: Мораҡ универмагының спорт бүлегендә саңғы һатып торған йәш Рәйсәне Ырғыҙлының физкультура уҡытыусыһы Әмир Ирғәле улы күреп ҡала ла ғашиҡ була. Магазинға инеп бер генә һөйләшә, икенсе килгәнендә исемен дә белмәгән ҡыҙға «һине һоратырға ата-әсәйемде ебәрәм» ти. Һәм шулай итә лә. 37 йыл бергә ғүмер кисерә, дүрт балаға ғүмер бирә улар. Үкенескә күрә, әллә нисә быуын балаларын саңғыға баҫтырған һәм уларҙа спортҡа ҡарата һөйөү уятҡан Әмир ағай биш йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ә Рәйсә апай уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап ярыштар үткәрешә генә түгел, үҙе лә ярыша һәм көнләшерлек күрһәткестәргә өлгәшә.
– Ырғыҙлыны мин килгәндән яраттым һәм башҡа төйәктә көн күреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Был – көс-ҡөҙрәт биреүсе ерем, шатлыҡ-ҡыуанысымды, ҡайғы-хәсрәтемде бергә күтәрешкән, балаларымдың бишеге булған, һағынып ҡайтыр ҡәлғәм.
Ырғыҙлы – шулай уҡ һөнәрселәр ауылы. Заманында бында сплавҡа төрлө төбәктәрҙән халыҡ йыйыла, леспром-хозға белгестәрҙе торлаҡ биреп саҡырып уҡ алалар. Урман хужалығы ҡарамағында ферма ла, ат һарайы ла, кирбес заводы ла, тимерлек, төрлө оҫтаханалар, ашхана, пекарня һәм бер нисә магазин була. Йылҡы малы ныҡ үрсетелә заманында, сөнки бөтөн урман эшен ат менән башҡаралар, тракторҙар 60-сы йылдар аҙағында ғына килеп етә. Шуға ла ауылда сана-арба, ҡамыт-дуға кеүек ат егеү ҡорамалдарын етештереү үҫешкән була, оҫталары тирә-яҡта дан ҡаҙана. Яр буйында оло ҡаҙандарҙа һыу ҡайнатып имән, ҡайын ағастарын бөгәләр сана-дуғаға, мастерскойҙарҙа шорник тип аталған оҫталар тиренән йүгән-дилбегә киҫә. Урман ҡырҡыусыларға һәм һал ағыҙыусыларға көрәк, элмәк, балта кеүек махсус ҡоралдар етештерелә ауылда. Унан ҡала балта оҫтаһы һөнәренә өйрәнеү ҙә яҡшы үҫешә. Хатта уҡыусылар мәктәпкә парта-ултырғыстарҙы үҙ ҡулдары менән эшләп ала. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һынатмай: бөтөн ир-егеттәр хеҙмәтен башҡа-рыуҙан тыш, тегенселектә лә маһирлыҡ яулайҙар. Фуфайканан башлап күлдәктәргә тиклем, эшселәр кейеме лә, балалар әйбере лә, ҡәҙимге өйҙәрҙәге ябай ҡатындар ҡулынан барлыҡҡа килеп, магазиндарға ҡуйыла. Халыҡ етештерә лә, сауҙа итә лә белгән.
Ырғыҙлыларҙың һөнәрселәр икәне бөгөн дә өйҙәр төҙөлөшөнән, фронтондар биҙәлешенән күренә, ә инде «Башҡортостан» милли паркы музейын-дағы ағас һындарҙың һәр береһе тере, бына осоп йә сабып китер кеүек! Ә бит оҫталары балалар ғына. Шулай уҡ утыҙлап ғаилә туристик бизнес менән шөғөлләнә, әле ауыл эргәһендә ете турбаза төҙөлөү өҫтөндә.
Миләүшә Ҡаһарманова.