

Ниндәй ауырыу янай?
Ғалимдар, йоҡо мәлендә организм тергеҙелә, ти һәм был күренеште техника менән сағыштыра. Мәҫәлән, техниканы йүнәтеү өсөн уны тәүҙә һүндерергә кәрәк. Организм менән дә шулай уҡ.
Тәрән йоҡо ваҡытында үҙәк нервы системаһын яйға һалыусы махсус глимфатик, йәғни мейене сүп-сарҙан һәм аҡһым ҡалдыҡтарынан таҙартыусы каналдар әүҙемләшә. Шуға үҙен йоҡонан мәхрүм иткән кешегә нейродегенератив (нервы күҙәнәктәренең үлеүе) һәм Альцгеймер, Паркинсон ауырыуҙары янай. Нейрондарҙың, йәғни күҙәнәктәрҙең көндөҙгө әүҙемлеге уларҙың ДНК-һында өҙөклөк һәм башҡа деформациялар барлыҡҡа килтерә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, уяу саҡта мөһим күҙәнәктәр өлөшләтә асылмаған хәлдә ҡала, ә бына йоҡлағанда улар ДНК ептәрен аса һәм йүнәтеү эшен башлай.
Йоҡоно ғәҙәти күренештәй ҡабул итәбеҙ, шуға ла уның файҙалы, кире яҡтары тураһында уйламайбыҙ. Теләһәк йоҡлайбыҙ, юҡ икән – төндәр буйы фильм ҡарап, интернет донъяһында гиҙәбеҙ. Тәбиғәт тарафынан бирелгән тулы бер системаны боҙоп, ҙур зыян алыуыбыҙҙы аңламайбыҙ. Ә бит йоҡо иммун системаһын нығыта, бөтә эске ағзаларҙың, күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта. Йәшәү өсөн мөһим гормондар ҙа башлыса йоҡлағанда бүленә. Унда йоҡо һәм уяныу циклдарын көйләүсе мелатонин, үҫеш гормоны, стресҡа ҡаршы торорға ярҙам иткән кортизол һәм туҡланыуҙы күҙәтеүҙә тотҡан лептин да бар. Шуға ауырыған саҡта күберәк йоҡларға кәңәш ителә лә инде.
Йоҡо ике фазанан тора: әкрен һәм тиҙ йоҡо. Төндөң күп өлөшө әкрен фазала үтә. Ә инде тиҙ йоҡоға сәләмәт кешенең организмы ваҡыттың 20-25 процентын бүлә. Әкрен йоҡо үҙе өс стадиянан тора:
Тәүге стадия – йоҡоға күсеү. Ғәҙәттә 10 минуттан да кәмерәк. Йөрәк тибеше, тын алыу һәм күҙ хәрәкәте әкренәйә, мускулдар һелкенеп ҡуя, кеше еңел уяна.
Икенсе стадияла организм ныҡ тыныслана: мускулдар ял итә, мейе әүҙемлеге, йөрәк тибеше һүлпәнәйә, тән температураһы төшә, кеше тауышты ишетмәй. Был стадия дөйөм йоҡо ваҡытының 45–55 процентын биләй.
Өсөнсөһө – тәрән йоҡо. Нәҡ ошо ваҡытта организмды тергеҙеү эше көсәйә: туҡымалар үҫешә һәм гормондар бүленә, мейе таҙара, энергия йыйыла.
Тиҙ йоҡо. Йоҡлап киткәс, яҡынса сәғәт ярымдан һуң башлана һәм артабан һәр 90 минут һайын ҡабатлана. Был мәлдә кеше төш күрә, күҙ алмаһы хәрәкәтләнә, йөҙ, тән мускулдары һелкенеп ҡуя, тын алыу йышая. Шул уҡ ваҡытта мейе эшмәкәрлеге әүҙемләшә, йөрәк тибеше, ҡан баҫымы күтәрелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: тәбиғәт бында ла беҙҙең хәүефһеҙлекте хәстәрләй һәм мускулдарҙы ваҡытлыса фалижлай. Ошо арҡала төштә ҡыйыҡ башынан һикерһәк тә, һелтәнһәк тә, ысынбарлыҡта хәрәкәтһеҙ генә ятабыҙ. Тәрән йоҡо мәлендә мейе мәғлүмәттәрҙе анализлап, тәртипкә килтерә, мөһим булмағанын юя, кәрәклеһен оҙайлы хәтергә һала һәм көс туплай.
Физиология һәм сомнологияны белмәгән ябай халыҡ элек тә йоҡоно бер нисә өлөшкә бүлеп ҡараған: күҙ эленеү, күҙ һөҙөлөү, серем итеү, йоҡоға талыу, дөнөү, керпек ҡағыу, ауырайтыу, ойоу, йоҡо аралаш, ярым йоҡо, уяулы-йоҡоло, йоҡомһорау. Ҡыҙыл эңерҙә йоҡларға ярамауы, юғиһә баш ауыртыуы һәм таңғы йоҡоноң иң татлыһы булыуы хаҡында ла бала саҡтан белеп үҫтек.
Төштөң муйыны ҡыл кеүек...
Йоҡоға бәйле тағы ла бер ҡыҙыҡлы күренеш бар – төш күреү. Ни өсөн ул төрлөсә фаразлана? Ғәҙәттә төш көндөҙгө хәлдәрҙең дауамы, тип аңлата сомнологтар. Әгәр ҙә көн тыныс, матур үткән, күңелдә һиллек икән, төштәр ҙә шундай була. Төштөң йөкмәткеһенә борсолоу, стресс, дарыу һәм башҡа тышҡы ҡуҙғытҡыстар (мәҫәлән, еҫ- төҫтәр) ҙә йоғонто яһамай ҡалмай. Нисек йоҡлап, ниндәй төш күреүебеҙгә сәләмәтлегебеҙ, кәйефебеҙ ҙә бәйле. Шуға ундағы күренештәрҙән бигерәк, уларҙың ниндәй тойғо уятыуы мөһим, насар төш күреп, төрлө юрауҙарға, төшлөктәргә ышаныу ҙа сәләмәтлеккә зыян, ти психологтар. Халыҡ та бит, төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң – шулайға китә, ти. Мәҫәлән, төштә тешең төшһә, яҡын кешеңде юғалтаһың, тигән ышаныу таралған. Психологтар бедереүенсә, алғы тештәр – беҙҙең һаҡсы һәм тормоштан үҙебеҙ теләгәнде ала белеү һәләте. Ике яҡ сикәләгеһе – мөмкинлектәр менән файҙалана белеү, яраҡлашыу. Әгәр ҙә улар төшә икән, тимәк, таяныс, ышанысты юғалтыуға ишара.
Баҡһаң, һуҡыр кешеләр ҙә төш күрә, имеш. Тик уларҙың төшө ғәҙәти кешеләрҙекенән айырыла. Тыумыштан һуҡырҙар визуаль образдар, төҫтәр күрмәй, ә уларҙы еҫ, тәм, тотоп ҡарау һәм кисереш аша тоя. Ә инде йәшәү барышында һуҡырайғандар башта төштө ғәҙәттәгесә күрә, сөнки мейе элек үҙе күргәндәрҙе һәм белгәндәрҙе күҙ алдына баҫтыра, әммә тора-бара бындай төштәр тоноҡлана, сағыулығын юғалта.
Эльза Мөхәмәҙиева
Фото А. Абдрафиков