+30 °С
Болотло

ЯҢЫ АУЫҘҒА — ИҪКЕ АШ Арата

Яңы рубрикала атамалары онотолған йәки ҡулланылыуҙан төшөп ҡалған ризыҡтарҙы тергеҙәсәкбеҙ. Һеҙҙең ерлектә шундай аҙыҡ-түлек төрҙәре бармы? Булһа, бешереп йә әҙерләп фотоға төшөрөгөҙ ҙә рецебын яҙып ебәрегеҙ. Был ризыҡты Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында арата тиҙәр. Күптәр өсөн ят атама, шулай бит? Һеҙҙә лә бындайҙы бешерәләрҙер, әммә икенселәй атайҙарҙыр, эйеме? Ә беҙҙәгенең аңлатмаһы ошолай: арата – «ара» һүҙенән алынған. Түңәрәк йә дүрткел ҡамырҙың ҡара-ҡаршы остарын йәбештергәс, ике башы аралы булып асыҡ ҡала. Эслеге еләктән булған. Хәҙер төрлөләнеп тә киткән инде. Был тәмлекәсте ауыҙына алған кеше илһамланып һамаҡлап та ебәрер булған:

ЯҢЫ АУЫҘҒА — ИҪКЕ АШ АратаЯҢЫ АУЫҘҒА — ИҪКЕ АШ Арата
ЯҢЫ АУЫҘҒА — ИҪКЕ АШ Арата

«Арата, арата, беҙҙе ҡыҙҙар ярата!

Аратаның араһына

Тәмлекәй кереп ята!

Арата, арата, беҙҙе ҡыҙҙар ярата!

Әллә ниңә яратҡанын

«Арата», – тип аңлата.

Өҫтәл йәме – арата».

Был һамаҡты Фәүзиә Мөхәмәтйәрованан шағирә Әлфиә Юлыҡ яҙып алған.

Ә хәҙер аратаны үҙебеҙ бешереп ҡарайбыҙ.

                               Ҡамыр:

Онға (400г) аш содаһы, тоҙ һибеп, күп итеп ҡаймаҡ һалып (200г), йомшаҡ булһын өсөн әҙ генә ҡатыҡ (кефир) өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамырҙы 0,3 мм ҡалынлыҡта йәйеп,  5x6 см тирәһе дүртмөйөштәргә киҫкеләйбеҙ.

                               Эслек:

Кипкән ер еләгенә әҙ генә эҫе һыу ҡойоп ебетәбеҙ, самалап шәкәр, ҡаймаҡ, әҙерәк он өҫтәп бутайбыҙ.

Әҙер эслекте шаҡмаҡ ҡамыр уртаһына берәй ҡалаҡ һалып, ҡара-ҡаршы ике яҡ ситен бөрә тотабыҙ. Ҡалған ике яғы асыҡ ҡала. Араталарҙы майланған табаға теҙәбеҙ.

Иң яҡшыһы – мейестә, булмаһа, 180 градус эҫелектәге духовкала 40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Зилә Зәйнәғәбдинова.

Баймаҡ районы,

Юлыҡ ауылы.

Автор:
Читайте нас