+30 °С
Болотло

Иманлы ҡатындарҙың бөйөк сауаптары

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙенә күрә ҙур дәрәжәһе, өҫтөнлөк-хоҡуҡтары бар: Аллаһы Тәғәлә уларҙың ғибәҙәттәрен еңеләйтә, физиологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала.Аллаһ Тәғәлә уларға Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтә, изгелекле булыуҙары һәм Раббыларына буйһоноуҙары өсөн айырым сауаптар бирә.

Иманлы ҡатындарҙың бөйөк сауаптарыИманлы ҡатындарҙың бөйөк сауаптары
Иманлы ҡатындарҙың бөйөк сауаптары

— Улар ир-аттарҙан алда ожмахҡа инер. «Ирҙәрен Аллаһ юлына хеҙмәткә оҙатҡан ҡатын, үҙе өйҙә намыҫын һаҡлап ултырһа, ул иренән 500 йыл алда ожмахҡа инер, уның ҡарамағына 70 мең фәрештә тапшырылыр. Ожмахта уға ғөсөл ҡылырҙар, һәм ынйы тауҙарында ултырып, иренең йәннәткә ингәнен көтөп торасаҡ». «Эй, ҡатындар! Иң яҡшыларығыҙ ожмахҡа ирҙәрҙән алда инер. Изге ҡатындар ғөсөл ҡылып, биҙәнеп, матур аттарҙа ирҙәрен ҡаршы алырға сығасаҡ, уларға затлы балдаҡтар, яндарында хеҙмәтселәр буласаҡ, үҙҙәре балҡып торған мәрйен һымаҡ йемелдәй».

— Аллаһ юлына тырышлыҡ өсөн сауап аласаҡтар. «Әгәр ир йортона күңелһеҙ ҡайтһа, ә ҡатын уны шатлыҡлы тәбрикләй, тынысландыра, йыуата икән — ошо ҡатынға Аллаһ юлында хеҙмәт ҡылыуҙың яртылаш сауабы биреләсәк».

— Йөклөлөк өсөн сауап. «Йөклө ҡатын һәр төндө — ғибәҙәттә, һәр көндө — ураҙа тотоуҙа үткәргәндәй сауап ала. Баланы донъяға килтергән өсөн — 70 йыллыҡ намаҙ һәм ураҙа сауабы бирелә. Бала тапҡанда кисергән ауыртыу - һыҙланыуҙар өсөн — бер хаж сауабы насип ителә. Йөккә ҡалған ҡатынға көндөҙ ураҙа, төндә ғибәҙәт сауабы яҙыла. Бала тыуыр алдынан тартҡылаш (схватки) өсөн — шундай ҙур сауаптар бирелә, Аллаһтың бер мәхлүге лә был сауаптарҙың һанын белмәй».

— 12 йыл ғибәҙәткә тиң сауап. «Ире ҡайтыуына ризыҡ әҙерләгән хәстәрле ҡатынға — 12 йыллыҡ ғибәҙәт сауабы яҙыла».

— Зекер өсөн сауап. «Өйҙә иҙән һепергәндә зекер ҡылһа, шул ҡатынға — Мәккәлә иҙән һепергән һымаҡ сауап яҙыла».

— Улар өсөн ожмахтың бөтә ишектәре асыла. «Намаҙын үтәп, ураҙа тотоп, ирен ризалатып йәшәгән яҡшы ҡатынға ожмахтың 8 ишеге асыла — теләгән ишектән инә ала».

— Хиджаб өсөн айырым хөрмәт. «Ожмахта кешеләр Аллаһтың янына барыуҙы теләр, тик был донъяла мосолманса кейемедә (хиджабта) булған ҡатындарҙы Аллаһ айырыуса хөрмәтләр».

— Тәҡүәле ҡатындар — гүриәләрҙән матурыраҡ. «Ожмахҡа ингән мосолман ҡатындары ерҙәге тормошта эшләгән изгелек өсөн гүриәләрҙән меңәр мәртәбә матурыраҡ буласаҡ». «Был донъя ҡатындары гүриәләрҙән 70 мең тапҡырға яҡшыраҡ».

— Мәрхәмәтле ҡатындар — ожмах халҡынан булыр. «Ожмах халҡы араһында булыусыларҙы әйтмәмме? Был — бала табыусы, мәрхәмәтле ҡатындар, әрләшеүҙән һуң беренсе булып иренә килеп, ҡулын уның ҡулына һалып: "Һинең ризалығың булмайынса мин йоҡлай алмайым", — тигән ҡатындар».

— Әсә булыу өсөн сауап. «Балаһын ашатып, имеҙгәндә — һәр имеү, һәр тамсы һөт өсөн үлене терелеткән һымаҡ бөйөк сауап яҙыла. Имеҙеүҙе тамамлағанда, фәрештә әсәнең арҡаһынан һөйә һәм "Дауам ит, сауап йый!" - тиер. Төндә йоҡлаған баланы илатмай имеҙеп торһа, бер йыллыҡ намаҙ менән ураҙа сауабы яҙыла».

Бер ир Пәйғәмбәргә (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килде: «Эй, Аллаһ илсеһе, кемгә яҡшыраҡ мөғәмәлә итергә тейешмен?» — тине. Пәйғәмбәр (Аллаһтың рәхмәте һәм сәләме булһын уға): «Әсәйгә», — тип яуап бирҙе. Ир тағы һораны: «Һуңынан кемгә?» — «Әсәйгә», — тине. Тағы: «Һуңынан кемгә?» — «Атайға», — тине Пәйғәмбәр.

Хөрмәтле ҡатын ҡыҙҙар, Аллаһ Тәғәлә һеҙгә үҙенең рәхмәтен биреп, ошо сауаптарға лайыҡ булырға һәм ожмах халҡынан булырға яҙһын! 

 

Фто С. Шахов

Автор:
Читайте нас