+30 °С
Болотло

ӨҘӨЛМӘЙ ТОРҒАН ӨМӨТ. Миләүшә Ҡаһарманова

Мин уларҙы таныйым. Төрлө сараларҙа, осрашыуҙарҙа, концерттарҙа, хәтер кисәләрендә... Күҙ ҡараштарынан, йөрөштәренән, баҫып тороуҙарынан. Улар йылмайғанда ла һағышлы, һөйләшкәндә лә уйсан, һындарын тура тотҡанда ла яурындары сүгә төшкән, эйәктәре ғорур күтәрелгәндә лә муйын-иңдәрендә көсөргәнеш. Мин таныйым уларҙы – һалдат ҡатындарын, әсәләрен.

ӨҘӨЛМӘЙ ТОРҒАН ӨМӨТ. Миләүшә ҠаһармановаӨҘӨЛМӘЙ ТОРҒАН ӨМӨТ. Миләүшә Ҡаһарманова
ӨҘӨЛМӘЙ ТОРҒАН ӨМӨТ. Миләүшә Ҡаһарманова

Командировкаларҙа йөрөгәндә йыш ҡына беҙҙе улар ҡаршы ала. Мәҙәниәт йорттарында, төрлө ойошмаларҙа маскировка селтәрҙәре үреп ултыралар, теген машиналары артында плащ-палаткалар ҡоршайҙар, май шәмдәре ҡоялар, бәйләйҙәр, бешерәләр, йыялар, төйнәйҙәр... Тыныслығын юғалтҡан улар. Бында, тыныс тормошта йөрөһәләр ҙә, күңелдәре тегендә – алғы һыҙыҡта. Унда ирҙәре йә улдары асығалыр, өшөйҙөр, арыйҙыр, һағыналыр кеүек. Бөгөн, әле, тап ошо мәл. Шуға ла ҡул ҡаушырып, битараф булып ултыра алмай ул. Нимәлер йүнләй, етештерә, хәстәрләй ҙә оҙата. Хатта уның улы инде өс йыл булмаһа ла... Ире Рәсәй Геройы исеме менән табутта ҡайтҡанда ла. Улар һалдат ҡатыны, һалдат әсәһе булыуҙан туҡтамай. Туҡтарға хаҡтары ла юҡ, тип иҫәпләйҙәр. Унда улдарының яуҙаштары, полкташтары, унда ирҙәренең яҡты хәтерен һаҡлаусы дуҫтары бар. Унда... унда...  ир-егеттәренең йән йылыһы ҡалған һәм шул күҙгә күренмәҫ, тойолмаҫ бер хыялый уй ғына ла аҡлай ҡатындарҙың өҙөлөргә теләмәгән өмөтөн. Ә яугирҙәр ысынлап та көтә. Мин уларҙың әсәләре, кәләштәре, балалары хаҡында һөйләгәндә нисек йөҙҙәре балҡып, яҡтырып киткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Һөйләп кенә ҡалмай, кеҫәләренән фото, ҡулъяулыҡ, бетеү, балдаҡ, хат һәм хатта берәү сабыйының сәсе төрөлгән кескәй төйөнсөктө лә сығарып күрһәтә улар. Был – яҡын кешеләрҙең бер-береһенең ҡәҙерен, ғәзизлеген аңлау, тойоу мәлелер.

Беҙ уларҙың йән яраһын һауыҡтыра, күңелдәрен бөтәйтә алмайбыҙ. Әммә йылы һүҙ менән имләй, терәк-таяныс, рухташ була алабыҙ. Һағышлы һәм ни өсөн тап уларға был өлөш төшкәнен аңлай алмаған бер аҙ үпкәле лә ҡараштарынан танып торорға, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, сабырлыҡтары алдында баш эйергә бурыслыбыҙ. Уларға – һалдат әсәләренә, ҡатындарына.

 

Фото Р. Хисаева

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас