+30 °С
Облачно

Башҡортса уйнайыҡ! Милли рух тәрбиәләй

Сулпан Юлдашева Стәрлетамаҡ районының Үрге Услы ауылында йәшәй. Мәҙәниәт усағында эшләй, балалар өсөн «Оҫта ҡулдар» түңәрәге алып бара. Бәйләй, сигә, кейеҙ баҫа, стилләштерелгән милли биҙәүестәр яһай, гипстан фигуралар, сәйләндән, эпоксид ыҫмаланан әйберҙәр эшләй... Йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн башта үҙенә заманса һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә тура килә.  

Башҡортса уйнайыҡ! Милли рух тәрбиәләйБашҡортса уйнайыҡ! Милли рух тәрбиәләй
Башҡортса уйнайыҡ! Милли рух тәрбиәләй

Конкурсыбыҙға ул милли кейемле ҡурсаҡтарын тәҡдим итә. Сулпан әҙер ҡурсаҡтарҙы һатып ала ла үҙебеҙсә кейендерә, биҙәүестәр яһай. «Бәләкәстәрҙә туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү уйындар, уйынсыҡтар аша башлана. Бындай уйынсыҡтар баланы «милләт» төшөнсәһе менән таныштырырға, тарих, мәҙәниәт тураһында һөйләргә ярҙам итә. Ошо ниндәй күлдәк? Биҙәүес нисек атала? Тәңкәләр ниңә кәрәк? Һорауҙарға яуап бирергә әҙер генә булығыҙ. Ҡурсаҡты кейендереү (төймә элеү, аксессуарҙарҙы тағыу, аяҡ кейемен систереү һ. б.), кейемдәрҙең төрлө материалдан булыуы (туҡыма, бәйләнгән элементтар, кейеҙ, сәйлән, тәңкә, ҡаптырма...) баланың ваҡ моторикаһын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә», – ти оҫтабикә. 

 

Гөлшат Ҡунафина

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас