- Абстракт фекерләү һәләте юғала. Китап күҙ алдына килтерергә, уйлап бөтөрөргә, анализларға өйрәтә. Видео иһә бөтәһен дә әҙер килеш итеп бирә – уйларға кәрәкмәй.
Китап уҡымаһаң, күҙаллау һәләте юғала. Биш йылдан һуң, һеҙ элек уйлап та бирмәгән ябай проблемаларҙы ла хәл итә алмаясаҡһығыҙ.
- Һүҙлек запасы 2-3 тапҡырға кәмей. Уртаса ҙурлыҡтағы китапта 3000-5000 уникаль һүҙ бар. Телевидение менән социаль селтәрҙәрҙә - көнөнә 300-500 һүҙ. 2-3 йыл ҡулланылмаған һүҙҙәр актив һүҙлектән төшөп ҡала. Һөҙөмтәлә, һин уй-хистәреңде теләгән кимәлдә әйтеп бирә алмайһың.
- Кешеләрҙе аңлау һәләте кәмей.
Китаптар башҡа кешенең фекерҙәрен, уйҙарын белергә ярҙам итә. Улар аша йөҙләгән кешенең яҙмышын үҙең аша үткәрәһең. Ә китап уҡымаһаң, башҡа кешене аңлау һәләте һүлпәнәйә. 5 йылдан һуң кешеләрҙең ҡылыҡтары сәйер булып тойола башлаясаҡ.