+30 °С
Болотло

Бала тәрбиәләгәндә ниндәй алымдар ҡулланырға?

Был һорауҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған фиҙаҡәр уҡытыусы, тәжрибәле мәктәп директоры, районда хөрмәтле мәғариф белгесе, өс бала әсәһе Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы Ишмырҙинаға бирҙек

Бала тәрбиәләгәндә ниндәй алымдар ҡулланырға?Бала тәрбиәләгәндә ниндәй алымдар ҡулланырға?
Бала тәрбиәләгәндә ниндәй алымдар ҡулланырға?

 

Тормош иптәше Тәлғәт Әмир улы Мырҙағәлин менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Икебеҙ ҙә тыныс холоҡло. Бер-беребеҙгә ҡысҡырғаныбыҙ булманы. Һәр хәлдә, иремдең миңә ҡаты бәрелгәнен хәтерләмәйем. Уға үпкәләп, үсегеп йөрөмәнем. Ирем дә баҫым яһаманы, сиктәр ҡуйманы, тәнҡитләмәне, тикшермәне. Ул – миңә, мин уға ышандым. Эштән ҡайтып инә лә өйҙә шаярыу-көлөү, малайҙар-ара көрмәкләшеү-төртөшөү, сығып волейбол уйнау, саңғыла шыуыу йә башҡа шөғөлдәре башлана. Шул уҡ ваҡытта малын-донъяһын ҡарарға ла, миңә иғтибар бүлергә лә өлгөрҙө. Тимер эше менән мауығып киттеләр бер заман, боронғо кәсепте тергеҙеп ебәрҙеләр. Бысаҡтан башлап спорт тимер-томорона, ҡоймаларға тиклем һуғып, иретеп яһанылар. Бына ошоно балалар күреп, ҡуша булышып үҫте, – ти әңгәмәсем. – Уларҙы әрләмәнек, тыйманыҡ. Бер сығып юғалып эҙләткәндәрендә генә эләкте аҙыраҡ атайҙарынан, башҡа сәбәптәрен хәтерләмәйем. Хеҙмәттә инде бар ауыл балалары өлөшөнә төшкәне уларға ла тәтене. Малайҙар­ҙы аталары өйрәтте, ҡушты, талап итте, ҡыҙымды мин өйҙә йомшаным. Шулай һәр беребеҙ, атай һәм әсәй, ир һәм ҡатын күҙлегенән сығып, үҙебеҙ белгәнсә донъя көттөк.

Миләүшә Ҡаһарманова

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас