+30 °С
Болотло

Салауат Юлаев һәйкәле төбөндә мөрәжәғәт яҙып ҡалдырғандарҙың береһе иҫән

Ул - Баймаҡ районында тыуып үҫеп, күп йылдар Ырымбур ҡалаһында йәшәгән Әхәт (Әхмәт) Йәнбәков, уға 85 йәш.

Салауат Юлаев һәйкәле төбөндә мөрәжәғәт яҙып ҡалдырғандарҙың береһе иҫәнСалауат Юлаев һәйкәле төбөндә мөрәжәғәт яҙып ҡалдырғандарҙың береһе иҫән
Салауат Юлаев һәйкәле төбөндә мөрәжәғәт яҙып ҡалдырғандарҙың береһе иҫән

Салауат Юлаев һәйкәле аҫтында үткән быуаттан мөрәжәғәт яҙылыуы хаҡында яҙғайныҡ. Ирмәк тигән кеше вафат булған. Ә бына өсөнсө кеше - Азамат тураһында мәғлүмәт юҡ.

 

Әхәт (Әхмәт) Мырҙағәле улының тормош юлы тураһында:

...Һуғышҡа тиклемге 1940 йыл. Шахтер Йәнбәков Мырҙағәли һәм хужабикә Мөбинәнең күп балалы ғаиләһендә 1940 йылдың 8 сентябрендә улдары Әхмәт тыуа. Уға 2 йәш булғанда, атаһын һуғышҡа саҡыралар. Башта Алкино, һуңынан Новгород өлкәһенең Демянский ҡаҙанлығы тип аталған ерҙә була, унда Совет яугирҙары Ленинградҡа юлды азат итә. Немецтар көнбайыштан, ғәскәрҙәребеҙ көнсығыштан килгәнлектән, иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмай. 1942 йылда Мырҙағәли батырҙарса һәләк була. Мөбинә биш балаһы менән яңғыҙы ҡала. Иң өлкән Хәләфкә 17 йәш була, педагогия техникумы студенты уҡыуын ташлап, шахтерлыҡҡа китә. Тап ул бәләкәй ҡустыларын һәм һеңлеһен ас үлемдән ҡотҡара.

 

Аслыҡ һәм һыуыҡ бәләкәй Әхмәтте сыныҡтыра. Тәүге 4 класты тыуған ауылында уҡый, һуңынан 7 һәм 25 км алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылдарға уҡырға йөрөргә тура килә. Мәктәптән һуң геологоразведка экспедицияһында быраулау мастеры ярҙамсыһы булып эшләй. Совет Армияһы сафында 3 йылдан ашыу тайгала, отпускыһыҙ һәм эштән бушатыуһыҙ ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн частың байрағы янында фотоға төшөрөлә һәм 1-се сираттан алда демобилизациялана. Запастағы офицер. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый. ГПТУ-ла уҡыу-производство эштәре буйынса директор урынбаҫары, һуңынан 2-се урта мәктәптә хәрби-патриотик тәрбиә буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, Ырымбургазпром системаһында бүлек начальнигы булып эшләй. Һәр ваҡыт йәмәғәт эше менән шөғөлләнә: партия ойошмаһы секретары, профком рәйесе була. Ғүмер буйы спорт менән шөғөлләнә, 2 марафон йүгерә, Өфөлә һәм Мәскәүҙә, саңғы ярыштарында ҡатнаша.

Музыканы бик ярата, гармунда уйнай һәм йырлай. Бер байрам да, бер тантана ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Компанияның йәне булла. Барыһы ла белә: әгәр байрамда Әхмәт булһа, тимәк, ул шәп үтәсәк. 1971 йылда Бикбова Зөбәржәт Вәлиевнаға өйләнә, ул бөтә ғүмерен эре сәнәғәт предприятиеларында баш бухгалтер булып эшләй. 1972 йылда Ырымбур ҡалаһына күсеп киләләр. Ҡыҙы Әлфиә менән улдары Рөстәмде тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.

 

 

Исмәғилев Ирмәк Кинйәбулат улы (13.06.1940-25.09.2008 йй.). Мәктәптән һуң Магнитогорск төҙөлөш училищеһында уҡый. Тимер конструкциялар слесарь-монтажсыһы һөнәрен ала. Һуңынан Шул уҡ вазифала «Уралдомнаремонт» төҙөлөш идаралығында эшләй. Комиссариаттың Магнитогорск бүлексәһе биргән хәрби билетта ДОСААФ-тың «пилот, спортсы-планерист»һөнәре буйынса әҙерлек үтеүе тураһында яҙма бар. 1960 йылдың 28 октябрендә запасҡа алына. Өфө педагогия училищеһының художество-график бүлеген тамамлағандан Һуң Баймаҡҡа ҡайта. Унда район мәҙәниәт йортоноң художество оҫтаханаһында өлкән рәссам булып эшләй. Ирмәк Исмәғилев Баймаҡ ҡалаһының муниципаль бюджет өҫтәмә белем биреү учреждениеһында художество бүлеген булдырыуҙа мөһим роль уйнай.

Уның төп ижады - Салауат Юлаев ғәскәрҙәрен һүрәтләгән картина. Яҡынса ике-өс метр ҙурлыҡтағы полотно, моғайын, башҡорт милли геройының тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы эшләнгәндер. Республика райондарында ошо бөйөк кешегә арналған фольклор байрамдары үтте. Сара барышында картинаны Баймаҡ районының Таулыҡай ауылына ебәргәндәр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юғалған. Ирмәк Кинйәбулат улы матур һәм изгелекле була. Ул һәр ваҡыт ярҙамға мохтаж булғандарға ярҙам итә. Был сифат уның өҫтөнлөгө була, әммә ҡайһы берҙә уға ҡаршы борола. Уның дуҫтары һәм таныштары күп була, һәм ул ябай халыҡтан алып уны хөрмәт иткән юғары дәрәжәле кешеләргә тиклем төрлө кешеләр менән уртаҡ тел таба белә.

Ирмәк Исмәғилев «Буранбай», «Сәлимәкәй» и «Уйыл» кеүек оҙон башҡорт халыҡ йырҙарын бик яҡшы башҡарған. Ҡатыны Зәйнәп менән башҡорт эстрада йырҙарын да матур башҡарғандар. С 1966-1971 йылдарҙа ул Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән.

2008 йылда вафат булған.

Ирмәк Исмәғилев тураһында мәғлүмәттәр Гөлшат Исмғилева хәтирәләренән яҙып алынған.

Материал һәм фото “Бәйләнештә” сайтындағы “Бәхетнамә” төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас