+30 °С
Болотло

Әсәнән күргән тун бескән...

Нимә генә тиһәк тә, ир — баш, ҡатын муйын булһа ла, ғаилә тотҡаһы – барыбер ҙә ҡатын-ҡыҙ ҡулында. Бында бала саҡтан уҡ әсәйҙән алған тәрбиә, кәңәштәр үҙ емешен бирмәй ҡалмай. Ҡайһылыр осраҡта әсәй тәрбиәһе ҡыҙҙарға ғына түгел, хатта улдарға ла атай һүҙенән көслөрәк тәьҫир итә. Был инде өлкәндәрҙең үҙ тәрбиә кимәленән тора. Олоно оло, кесене кесе итергә, ир хаҡын алға ҡуйырға, йолаларыбыҙға ярашлы ғаилә ҡағиҙәләрен белергә өйрәткән һәм шулай уҡ һүҙен бирмәгән, алдына кеше сығармаған, үҙенә артыҡ юғары хаҡ ҡуйған ҡыҙҙар, килендәр, ҡатындар тәрбиәләгән дә әсәйҙәр була. Әммә, ғаилә тәрбиәһенән тыш, был йәһәттән йәмғиәт тә ҙур роль уйнай.

Әсәнән күргән тун бескән...Әсәнән күргән тун бескән...
Әсәнән күргән тун бескән...

Күҙ алдына килтерәйек: шау-гөр килеп күңелле туй бара. Килен менән кейәүгә «кем ҙурыраҡ ҡаба, шул ғаиләлә баш буласаҡ» тип ҙур икмәктән ауыҙ иттерәләр. «Бер кемгә лә бирешмәйем, үҙем баш, үҙем түш» тип үҫкән ҡыҙҙар тыйнаҡлығын, ҡунаҡтарҙың иғтибары үҙендә булыуын да онотоп, кейәүҙән дә алдараҡ өлгөрөргә тырышып, ауыҙын ҙур асып, ҡайырып икмәк тешләй. Аңыбыҙға «ҡатын ирҙең артында, башта – ирең, шунан – һин» тигән яҙылмаған ҡағиҙә һеңдерелһә, бындай бәйгеләр ҙә уҙғарылмаҫ ине...

Затлы табыны, шау-шыулы уйын-көлкөһө менән туй ҙа үтеп китә. Кисәге ҡыҙыҡай йәш килен, ҡатын роленә инә. Матур тәрбиә алғаны, төшкә тиклем йоҡлап ятмай, ҡәйнәһе янына сыға, аш-һыу тирәһендә булышып, тәүге көндән үк ике араға күпер һала. Белекһеҙерәге йоҡоһон туйҙырғас ҡына уяна, әҙерҙе ултырып ашағас, ҡалған көндө үҙе теләгәнсә үткәрә, телефондан һөйләшә, ирен эйәртеп дуҫтары менән осрашыуға йә булмаһа ата-әсәһе янына сығып китә. Бындай осраҡта әсәй кешенең ҡыҙына йүнәлеш биреп ебәреүе дөрөҫ булыр ине лә бит... Йәш килен ғәмһеҙ йәшлек осоронан сығып, ғаиләле кеше булыуын, иңенә башҡа төрлө мәшәҡәттәр ятыуын нәҡ әсәһе һүҙенән аңларға тейеш.

 

Эльза Мөхәмәҙиева

Фото А. Королев

Автор:
Читайте нас