+30 °С
Болотло

Ирең булмаҫтайға ирен бирмә

Ҡасандыр быларҙың ябай ғына һүҙ түгел, ә үҙенә күрә ҡаты тыйыу икәнен олораҡ быуын яҡшы белә. Тик, үрҙә әйтеүебеҙсә, йәмғиәттең яҡлауы бөткәс, был һүҙҙәр күпмелер дәрәжәлә көсөн юғалтҡан. Шулай булмаһа, бөгөн граждандар никахы менән йәшәүселәр ҙә, никахһыҙ түшәк бүлеүселәр ҙә артмаҫ ине.

Ирең булмаҫтайға ирен бирмәИрең булмаҫтайға ирен бирмә
Ирең булмаҫтайға ирен бирмә

Ҡыҙҙарының никахҡа тиклем егете менән йәшәүенә бөгөн ҡайһы бер өлкәндәр ҡаршы ла түгел. Күп кенә әсәйҙәр ҡыҙының был ҡылығын бер һүҙһеҙ ҡабул итә. Егеттең психологияһын белергә, үҙ-ара тап килеү-килмәүҙе аңлау өсөн уңайлы юл, тип иҫәпләй улар. Ошо урында ун туғыҙ йәшлек ике әхирәттең тормошон миҫалға килтерәйек. Береһенең әсәһе, хәҙергесә әйтһәк, иҫке ҡарашлы, икенсеһенеке — йәштәрсә фекер йөрөткән заман ҡатыны. Ул ҡыҙының дуҫ егетенең өйөнә барып йөрөүенә, хатта ҡунып ҡалыуына ла ғәҙәти күренеш тип ҡарай. Иҫке ҡарашлыһы иһә, һин – әле минең ҡулда, тимәк, минең ҡағиҙәләр менән йәшәйһең тип, теҙгенде ҡаты тота. Ә теге ҡыҙ, егете армиянан ҡайтҡас, бергә түләүле фатир яллап, никахһыҙ йәшәй башлай. Ирекле донъя көткән әхирәтенә ҡыҙығып ҡараған һылыу ҙа бының насар булмауын, күптәрҙең шулай йәшәүен, әсәһенең дөрөҫ түгеллеген белдереп киреләнеп маташа. Әммә өс йыл эсендә ике егет менән йәшәп өлгөргән әхирәтенә туй эшләргә вәғәҙә биргән ике егеттең дә бөгөн икенсе ҡыҙҙар менән булыуын күреп, тормош аҡылына эйә әсәһенең дөрөҫ кәңәше, үҙенең егеттәр алдында төшөрмәгән абруйы өсөн ҡыуана аҙаҡ. «Ҡыҙ һаҡлағансы тоҙ һаҡла» тигән  аҡыллы мәҡәлде белгән әсәй, ҡыҙына пар булырҙай ышаныслы егет килеп сыҡҡас, ҡуш ҡуллап фатихаһын бирә. Тәрбиәле, саф ҡыҙы өсөн буласаҡ кейәүе, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары алдында ла йөҙө яҡты, күңеле тыныс була.

 

Эльза Мөхәмәҙиева

Автор:
Читайте нас