

Йыл һайын Рәсәйҙә яҡынса 600-700 мең ғаилә тарҡала. Айырылышыуҙар һаны буйынса беренсе урында – Ҡаҙағстан, икенсе урында Мальдив торһа, беҙ иһә өсөнсө урынды биләйбеҙ.
Һүҙ ҙә юҡ, тормошта төрлө хәл була, уның еле лә төрлөсә килеп ҡағылырға мөмкин. Тик шулай ҙа ниндәйҙер етди сәбәптәрһеҙ, бары тик аҡса өсөн генә ғаилә тарҡатыусылар менән килешеп бөтөп булмай. Бер-береңә матур анттар биреп өйләнгән, балалар табып үҫтергән икенсе яртың менән фиктив рәүештә генә булһа ла никах өҙөү иң изге, иң яҡын ептәрҙе өҙгән кеүек була түгелме? Ошо хәлдән һуң бергә йоҡлап, бергә ғүмер иткәндә лә күңелдә сатнаған йөй барыбер ҙә өйкәп тормаймы икән? Хәлдәр былай барһа, атайһыҙ, тулы булмаған ғаиләлә үҫкән балалар ҙа күбәйәсәк, тимәк. Дәүләт кимәлендә ошо хәлгә сик ҡуйыу, был тулҡынды нисектер туҡтатыу өсөн төрлө саралар ҙа уйлап ҡарайҙар. Тик айырылышыуға яҙған ғариза өсөн дәүләт пошлинаһының һигеҙ тапҡырға артыуы ғына был хәлде туҡтатырмы икән? Мәҫәлән, ғаиләнең бер ағзаһына тура килгән килем раҫланған йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта ғына балалар пособиеһы түләнә. Шул арҡала социаль түләүҙәргә илдәге балалы ғаиләләрҙең 62 проценты эләкмәй ҡала. Һуңғы арала иң таралған айырылышыуҙар сәбәбе ошо аҡсаға ла килеп төртөлә. Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаттары бергә йәшәгән парҙарҙы дәртләндереү йәһәтенән яңы ҡанун проекты өҫтөндә эшләй. Улар, ғаиләләрҙең нисә йыл йәшәүенә ҡарап, шунса күләмдә аҡса менән бүләкләргә, тигән тәҡдим индерә, йәғни, 20 йыл икән — 20 мең һум, 50 йыл икән — 50 мең һуң аҡса бирергә. Тик 20 йылдан һуң 20 мең һумдың баһаһы күпме булыры билдәһеҙ ҡала...
Бына ҡайһы ваҡытта кәрәк ул төрлө йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге, ярҙамы! Фиктив айырылышҡан ғаиләләрҙең әлеге ҡылығын имен булмаған ғаиләләр рәтенә индереү, башҡаларҙы ошо юлға барыуҙан аралау, төрлө сараларҙа, байрамдарҙа татыу ғаиләләрҙең тормошон өлгө итеп ҡуйыу – нәҡ уларҙың хәленән килерлек ғәмәл. Күптәр хәтерләйҙер, бынан 15–20 йыл элек төрлө спиртлы эсемлектәр теҙелгән табын артында рүмкә сәкәштереп төшкән фотолар йыш осрай торғайны. Ул саҡтарҙа матур шешәләр теҙелгән табын артында фотоға төшөү үҙенә күрә бер мода ла булды хатта. Ә бит нисектер ошо ғәҙәттәрҙән ҡотолдоҡ. Бөгөн Интернет селтәренә ҡуйылған фотоларҙа яңылыш ҡына иҫерткес эсемлек күренә икән, барыһы ла быны иң йәмһеҙ, ярамаған, тыйылған күренеш, ә ундағы ҡунаҡтарҙы түбән социаль статуслы кешеләр кеүек ҡабул итә башланы. Тимәк, аҡсаға ҡыҙып никах боҙған ғаиләләрҙе лә ниндәйҙер тәрбиәүи алымдар менән оялтырға, яңылыш ҡылыҡтарын аңлатырға була түгелме? Тәү ҡарамаҡҡа үтә ҡаты булып күренһә лә, ниндәйҙер таҡмаҡтар, шиғырҙар сығарыу, матур ғаиләләрҙе өлгө итеп ҡуйыу ҙа килешер ине. Был осраҡта йәмғиәт фекере, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмалары эшмәкәрлеге ниндәйҙер закондарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ һөҙөмтәләр бирмәҫ инеме икән?
Эльза Мөхәмәҙиева.
Фото: Р. Хисаева.