+30 °С
Облачно

Динебеҙ мәжбүриләмәй, тәрбиәләй

Исламдың барлыҡ тармаҡтары көсәйгән, айырыуса йәштәрҙең мосолман динен әүҙем ҡабул иткән осорҙа йәшәйбеҙ. Диндарҙар, ошо йүнәлештә белем эстәүселәр күбәйгәнгәме, йәшәйешебеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы төрлө бәхәсле фекерҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Иң борсоған һорауҙар хаҡында Бөтә Рәсәй Диниә назаратының Урал аръяғы имам-ахуны Сәйфулла хәҙрәт Ғайсин менән  әңгәмәләштек.

Динебеҙ мәжбүриләмәй, тәрбиәләйДинебеҙ мәжбүриләмәй, тәрбиәләй
Динебеҙ мәжбүриләмәй, тәрбиәләй

– Мосолман ҡатын-ҡыҙының кейеме тураһында һүҙ йөрөтһәк, бәхәс тәү сиратта яулыҡ ябыныуға ҡағыла. Өләсәй, әсәйҙәр улай уранмаған, ғә­рәп­тәрҙе ҡабатлау тигән сағышты­рыу­ҙар башлана. Ысынлап та, башҡорт ҡыҙҙары балиғ булғанға тиклем яланбаш йөрөгән, һуңғараҡ йәш айырма­һына ҡарап, яулыҡты төрлөсә – артҡа ҡайырып та, яҙып та бәйләгән. Бөгөн хатта мәктәпкә лә бармаған ҡыҙҙар­ҙың башына ябынып, оҙон күлдәктә йөрөүе дин ҡушҡан мотлаҡ талапмы?

– Сәс – ҡатын-ҡыҙҙың иң гүзәл, аҫыл байлығы. Был зиннәт сит ирҙәр күҙенә асылмаҫҡа, күренмәҫкә тейеш, шуға ла яулыҡ ябыныу әҙәп ҡанундарының береһе һанала. Уны нисек ябыныу мөһим түгел, ә тыйыл­ған ерҙең шәриғәтсә ҡаплаулы булыуы шарт. Элек улай эшләмәгән­дәр тип, ул замандағы мөмкинлек­тәрҙе әлеге менән сағыштырырға кәрәкмәй.  Бөгөн цивилизация, сауҙа үҫешкән заманда яулыҡтарҙың төрлөһө бар. Ҡасандыр  балаларҙың яулыҡта йөрөүе мәжбүри һаналма­ған, тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Ул саҡта балаларҙы тәрбиә­ләү башлыса ғаилә, ауыл халҡы ҡарамағында булған. Бөгөн иһә йәш быуынға төрлө яҡлап йоғонто яһау саралары көслө. Мәктәптә, ғаиләлә бер төрлө тәрбиә алһа, зәңгәр экрандар, интернет селтәрҙәре үҙ эшен башҡара. Әгәр ҙә ата-әсәләр кесе йәштән үк балалары күңеленә дин әҙәбен һала, башҡа ябынып, ғәүрәт­те ҡаплап йөрөргә өйрәтә икән – зарар юҡ. Эш яулыҡта тормай, уны нисегерәк ябыныуға ҡарамай, сәстәрен ҡаплай башлаған­дар икән, тимәк, тора-бара дини тәртиптәрҙе үҙләштереүгә лә сират етәсәк. Ғөмүмән, яулыҡ ябыныу тәртибе христиандарҙа ла бар. Яулыҡ ябынма­ған ҡатын-ҡыҙҙы нимә эшләтәйек, тип һорағандар Апостол Павелдан. Ул: «Теләмәй икән, сәсен ҡырығыҙ, таҡыр баш йөрөргә оялһа, яулыҡ ябыныр», – тигән. 

– Донъяуи әхлаҡ үҙгәреп тора, шуға ла хәҙер тырнаҡ буятмаған, ҡаш эшләтеп, керпек үҫтермәгән ҡатын-ҡыҙ ҡалмағандыр ҙа, былар­ҙан тыш, тәнен сыбарлап татуировка эшләткән ирҙәр генә түгел, ҡатын­дар ҙа күбәйә. Ошондай күренеш­тәргә ислам дине нисек ҡарай?

– Ғөмүмән, беҙҙең дин электән тырнаҡ үҫтереү, самаһыҙ биҙәнеү, сәс туҙҙырып йөрөүҙе әҙәпһеҙ ҡылыҡтарға индерә. Был йәһәттән тәрбиә бала саҡтан һалына. Ә бына инде тыумыштан бирелгән тәнде үҙгәртеү, уға төрлө һүрәт яһау – тыйылған ғәмәл. Был йәһәттән кемделер мәжбүр итеп тыя алмайбыҙ, беҙҙең бурыс – аңлатыу, еткереү, ә яуапты һәр кем үҙе тота.

– Буялған тырнаҡтар менән тәһәрәт дөрөҫ булмай, тиҙәр, ә шундай тырнаҡлы ҡатын-ҡыҙ көтмәгәндә мәрхүм булһа, ғөсөлө дөрөҫ булһын өсөн был буяуҙы таҙартырға кәрәкме?

– Тәһәрәт алғанда һыу буяу аша тырнаҡ аҫтына инмәй, талаптарға ярашлы, йыуынғанда ҡоро ер ҡалмаҫ­ҡа тейеш. Йәмғиәт законда­ры үҙгәреп торһа ла, дини ҡанундар нисек төшөрөлгән, шулай ҡала. Заман башҡа тип, унда яҙылғандар­ҙы үҙебеҙсә бормайбыҙ. Был осраҡта кемделер хөкөм дә итә алмайбыҙ, бары тик дөрөҫ йүнәлеш кенә бирергә мөмкин, кешенең ерҙә ҡылған бар ғәмәлдәре лә Аллаһы Тәғәләгә тапшырыла. Беҙгә бит уның тарафынан аҡыл, фекерләү һәләте бирелгән, фәһем өсөн зәғиф­тәр яратылған. Сағыштырып, дөрөҫ  һығымта яһау үҙебеҙҙән тора. 

– Диндәге ҡатын-ҡыҙ социаль төркөмдәрҙә ниндәйҙер темала аралашыуҙан, комментарий яҙыуҙан тыйылырға тейешме, әллә инде был рөхсәт ителгән ғәмәлме?

– Әгәр ҙә ул ҡатын әхлаҡ ҡанундарын боҙмай кем менәндер аралаша, ғилем эстәй йә иһә кемделер ниндәйҙер яҡшы ғәмәлгә өйрәтә икән, был осраҡта ҡәтғи тыйыу юҡ.

– Граждандар никахы менән йәшәүселәргә инде күнегеп тә бара­быҙ. Ә бит никах – ир-менән ҡатын араһындағы хәлдәрҙе сит күҙҙән йәшереүсе шаршау, тиҙәр. Тимәк, никахһыҙ йәшәүсе парҙарҙың йә иһә осрашып йөрөүселәрҙең шәхси тормошо асыҡ ишек кеүекме?

– Бөгөн күптәр никахты инҡар итә, уны дин әһелдәренең кәрәгенән тыш аҡыл өйрәтеүе, тип тә һанай һәм шуның менән ҙур гонаһ ҡыла. Никах юридик көскә эйә түгел, әммә ул мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡанун. Был эш йәшертен башҡа­рылмай, исем өсөн генә уҡылған никахтар ҙа зина ҡылыуға тиң. Шуға шәриғәт закондары буйынса ир менән ҡатын булыуҙы яҡындарың менән бергәләп, барыһына ла иғлан итеп үткәреү мөһим. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ҙә «һарыҡ салып булһа ла никах мәжлесе үткәрегеҙ» тип әйтеп ҡалдырған. Физик теләктәреңде ҡәнәғәтләндереү өсөн генә никахҡа инеү ҙә ислам талаптарын боҙа. Ғаилә ҡоролғас, кешенең нәҫеле дауам ителергә тейеш.

– Ҡайһы бер хәҙрәттәр, ислам динендә мода булырға тейеш түгел, тип бара. Шуға ҡарамаҫтан, дини кейемдәрҙе күрһәткән подиумдар, мода конкурстары үткәрелә.

– Был турала диндә аныҡ ҡына әйтелмәгән. Тәү ҡарамаҡҡа мода һәм дин икеһе ике төшөнсә кеүек, әммә дин ҡушҡан талаптар үтәлә, әҙәп нормалары һаҡлана һәм уның ниндәйҙер файҙалы яғы бар икән, ыңғай ҡарарға ла була.

– Социаль селтәрҙәрҙә «Алла бабай» тип һөйләүселәрҙе йыш ҡына тәнҡитләйҙәр, мотлаҡ Аллаһ, Аллаһы Тәғәлә тиергә кәрәк, тип шелтәләйҙәр, был ҙур гонаһмы? Мәҫәлән, беҙҙе лә, икмәк валсығын ҡойһаң, Алла бабай башыңа һуға, тип үҫтерҙеләр.

– Бөгөн Алла бабай тип һөйләгән кешеләр һирәктер. Элегерәк бар кешенең дә дини ғилеме булмаған һәм ул тәрбиә ысулын үҙ кимәленән сығып биргән. Хәҙер ғилем көслө, шуға күрә был йәһәттән һәр нәмәне үҙ исеме менән атау дөрөҫ булыр. Кемдер төҙәтә икән, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу ҡамасау булмаҫ.

– Әле илебеҙҙә тынысһыҙ осор. Шул арҡала күп кенә ҡатындар ҙа махсус хәрби операцияға юллана. Мосолман ҡатын-ҡыҙының сит ирҙәр менән бергә ил һаҡлауына дин нисек ҡарай?

– Тарихыбыҙ аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан ирҙәр менән бергә яу сабыуын беләбеҙ. Шулай уҡ пәйғәмбәр ҡатындарының да ирҙәре, ағайҙары менән яуҙаштар булыуы тураһында аяттар бар. Йәғни улар медик, ярҙамсы булараҡ һуғышта ҡатнаша алған. Ҡатын-ҡыҙ дошмандан һаҡланыу маҡсатында ирҙәр менән бер рәттә алышҡан, ә инде һөжүм иткән осраҡта, көсһөҙ зат булараҡ, уларҙың барыуы мотлаҡ булмаған. Шуға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡатындар ил саҡырыуы буйынса изге эштә йөрөй. 

– Яугир ҡатындарын төрлөсә телгә алалар, улар күңел асырға, социаль селтәрҙәрҙә ултырырға, иренә түләнгән аҡсаны ла үҙе ҡайтмайынса тотонорға тейеш түгел...

– Динебеҙҙә христиандарҙағы кеүек ҡара кейемдә траур үткәреү ғәҙәте юҡ. Ҡайғы килгән осраҡта ла ҡысҡырып илау, тормоштан ваз кисеү тыйыла. Ҡатын-ҡыҙ өйөндә бикләнеп ултырырға тейеш түгел, тормош дауам итә, кемдер ҡунаҡҡа йә концертҡа саҡыра икән, унда барыу ҙа боҙоҡ ғәмәл һаналмай. Киреһенсә, ауыр мәлдә кеше менән аралашып, күңел бушатыу файҙа ғына. Бары сама кәрәк. Ә инде ирҙең яу яланында йөрөп алған аҡсаһы – уның тир түгеп, үҙ көсө менән тапҡан хәләл эш хаҡы. Ҡатынының был аҡсаны бәрәкәтле итеп, уртаҡ мәнфәғәт өсөн дөрөҫ тотоноуы маҡтауға ғына лайыҡ.

– Бөгөн күптәр аят ашы, ифтар уҙғарғанда төшөрөлгән фотоларын интернет селтәренә һала. Комментарий ҙа төрлөсә була. Берәүҙәр ундағы кейемде, икенселәре аш-һыу өҫтәлен тикшерә, өсөнсөләре был эште күҙ буяу, маҡтаныуға һанай. 

– Ҡөрьән ашында иң беренсе әҙәп ҡағиҙәләре буйынса вәғәз уҡыла. Шул саҡта нисек кейенеү тураһында ла әйтелә, сөнки һәр эштең үҙ рәте бар. Беҙ бит театрға барғанда, походка сыҡҡанда йә спорт менән шөғөлләнгәндә һәр ҡайһыһына ярашлы кейенәбеҙ. Дин мәжлесенә йөрөүгә айырым гардероб тоторға кәңәш итәм. Юғиһә, түбәтәй урынына бейсболка, башлыҡ кейгән ирҙәр, асыҡ иҙеүен, беләген төрлөсә ҡаплап маташҡан ҡатындар ҙа осрай. Театрға аяғыбыҙға калуш, өҫтөбөҙгә фуфайка кейеп бармайбыҙ бит. Етеш, мул тормошта йәшәйбеҙ, шуға һәр кемдең аят ашына йөрөрлөк махсус кейеме булыуы яҡшы. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндә, фәрештәләрҙе ҡурҡытыуыбыҙ, уҡылған аяттың ҡабул ителмәүе ихтимал. Бындай мәжлес­тәрҙе күҙ буяу тип һанарға ярамай, бары тик диндә ауырлыҡтар булдырмай уны дөрөҫ итеп ойоштора белеү шарт.

 

Эльза Мөхәмәҙиева.

Автор:
Читайте нас