

– Радиоға мин 1989 йылда, уҡыуҙы тамамлағас уҡ, килеп урынлашҡайным, әммә ҡыҙ баланың яҙмышы ағасынан ысҡынып осҡан япраҡтыҡы кеүек бит, тормошҡа сығып, ситкә күсеп киттем. Унда ла өлкән коллегаларым: «Гөлнур, Башҡортостанға ҡайтыр булһағыҙ, мотлаҡ үҙебеҙгә кире кил», – тип ҡалды. Бына ошо йылы һүҙ миндә өмөттө йәшәтте лә инде. Һәм, ысынлап та, радио үҙенә тартты.
– Радионың уңайлы һәм файҙалы яҡтары? Компьютерҙар уны ҡулланыуҙан ҡыҫырыҡлап сығармаймы әле?
– Был мәғлүмәт сараһы бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Ә инде уңайлығына килгәндә, радио өсөн интернет кәрәкмәй, уға айырым иғтибар биреү мотлаҡ түгел, эштән айырмай, күҙ ҡарашын йәлеп итмәй, бары ишетеү һәләте генә булһын. Күп кешеләр өсөн һөйләп торған радио – иптәш тә ул. Бигерәк тә ололар өсөн. Заман техникаһын улар ҡуллана белмәй икән, иң уңайлыһы – радио, әлбиттә. Шулай уҡ юлда йөрөүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә юлдаш. Тапшырыуҙарын тыңлап, йырҙарына ҡушылып тигәндәй, ваҡытты күңелле үткәрергә мөмкин. Унан килә радионы бит тауыш фоны итеп тә тотонабыҙ күп осраҡта. Баҡсала соҡоноп йөрөйһөңмө, аш бүлмәһендәме, урам эсендә мәшәҡәттәрең бармы – радиоң һөйләп тора. Кемдер уны кәйеф өсөн тыңлай, кемдер донъя яңылыҡтарын белеү өсөн, кемдәрҙеңдер иһә тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән. Бына, уйлап ҡарағыҙ, әгәр интернет һәм телесигналдар юғалды икән, киң мәғлүмәт сараларынан бер радио ғына ҡала, ул ышаныслы. Радио һәм радиотулҡындар тыныс тормоштан тыш хәрби маҡсатта ла киң ҡулланыла. Һәм бөгөн дә уның был өлкәлә файҙаһы ҙур. Шунлыҡтан радио бер заман техникаһы һәм компьютерына ла конкурент түгел. Уның йәмғиәттә айырым үҙ урыны бар.
– «Радио теле» тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Бер матбуғат сараһының да айырым «теле» юҡ, ул шул уҡ йәмғиәттең, шул заман халҡының теле ул. Туған телгә иғтибар ҙур, уны үҫтереү һәм һаҡлау саралары ҡарала икән, был матбуғатта ла сағылыш таба. Ә инде, киреһенсә, туған телдә уҡыу-уҡытыу ҡыҫҡартыла, яңы быуын икенсе телдәрҙә аралашыуға күсә икән, радио өсөн айырым рәүештә тел белгесе әҙерләп сығарылмаясаҡ, унда ла телде замандаштары кимәлендә генә белгән хеҙмәткәрҙәр киләсәк. Тик әле бындай уҡ бәлә янамай. Әгәр иҫләһәк, заманында, беҙҙең йәшлектә, урамда ла башҡортса һөйләшеп булманы, хатта тәнҡитләп тә китәләр ине. Бөгөн, нисек кенә булмаһын, туған телде пропагандалау һәм ҡулланыу кимәле насар түгел. Әлбиттә, радио тыңлағанда йәштәрҙең ҡайһы бер тел ҡытыршылыҡтарын ишетеп йән әсеп китә, шул уҡ ваҡытта, әле былай булғанына ла шөкөр, тип ҡуйыла.
Сәйҙә Ғарипова әңгәмәләште