+30 °С
Болотло

Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ҙур уңышҡа ҡаҙанған

"Minzifa" брендының авторҙары,  игеҙәктәр Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар йәнә ҙур уңышҡа ҡаҙанған: улар XXXI халыҡ-ара мода, сәнғәт һәм дизайн фестивале «Адмиралтейская игла» конкурсында III урынға лайыҡ булған.

Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ҙур уңышҡа ҡаҙанғанӘлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ҙур уңышҡа ҡаҙанған
Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ҙур уңышҡа ҡаҙанған

“Шундай ҙур, етди, Рәсәйҙә уҙғарылған конкурстар араһында иң дәрәжәле бәйгелә урын алыуыбыҙға, донъя кимәлендә билдәле булған дизайнер-жюри ағзаларынан юғары баһа алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ! Ошо тулҡынландырғыс көндәрҙә беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн, дәртләндергән, ҡеүәтләндергән йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн һәр кемебеҙгә оло ҙур рәхмәт!” тип яҙа улар үҙҙәренең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә.

Роман Шарук – Мода дизайны программаһының әйҙәүсе уҡытыусыһы, Вхутеин мода лабораторияһы мөдире, Sharuk APPAREL брендын булдырыусы, мода индустрияһы өлкәһендәге күп һанлы конкурстар лауреаты: "Мин шунда уҡ былар "Ай йола"ларҙандыр тип уйланым. Өфөнө яратам, унда булдым. Башҡорт мәҙәниәте миңә бик оҡшай. Ҡыҙҙарға улар бик шәп тип әйтергә теләйем, уларҙың ижадында мәҙәни код яҡшы күҙәтелә, коллекцияны булдырыуға эстетик яҡтан ҡарайҙар. Ҡыҙҙарға уларҙың хеҙмәте, коллекцияһы өсөн ҙур рәхмәт"

 

Фото Әлфиә менән Гөлфиә Хаматоваларҙың шәхси архивынан.

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас