+30 °С
Болотло

Башҡортса уйнайыҡ! Үҙебеҙсә һөйләшәләр!

Өфөнән Руфиә ХАНОВА  йомшаҡ уйынсыҡтарҙы башҡортса «һөйләштерә». Әҙер уйынсыҡтарҙы балаларының зауығына ҡарап һатып ала йә тектерә. Шунан милли кейем, биҙәүестәр «кейҙерә» һәм башҡорт телендә һөйләшкән тауыш блогы ҡуя. Уйынсыҡты йыуырға ла мөмкин – был бик уңайлы.

Башҡортса уйнайыҡ! Үҙебеҙсә һөйләшәләр!Башҡортса уйнайыҡ! Үҙебеҙсә һөйләшәләр!
Башҡортса уйнайыҡ! Үҙебеҙсә һөйләшәләр!

«Ҡыҙымдың теле асыла башлағас, тап ошолай башҡортса һөйләй белгән уйынсыҡтың етмәгәнен тойҙом. Иптәшем бер нисә ай буйы өйрәнеп, эшләп бирҙе. Ҡыҙым уға ҡушылып һөйләшә, бергә алып йоҡлай. Был тәтәйҙе күргән таныштар ҙа эшләп биреүҙе һорай башланы. Тәүҙә үҙемдең һөйләгәнде студияға барып яҙҙырҙыҡ. Хәҙер уйынсыҡтар ҡыҙымдың тауышы менән һөйләшә. Микрофонда яҙҙырып, компьютерҙа эшкәртергә лә өйрәнергә тура килде. «Сәләм, Ғәлиә, хәлдәрең нисек? Һинең менән күңелле! Һиңә нисә йәш? Әйҙә, бергә йырлап алайыҡ», – тип исеме менән өндәшкән уйынсыҡтарҙы балалар бик ярата.  Йырҙарҙы ятлап, һүҙбәйләнештәрен иҫендә ҡалдыра. Шул уҡ ваҡытта баланың үҙе йырлаған йырҙарҙы ла индереп ебәрергә мөмкин. Был уйынсыҡтар телмәрҙе үҫтерә, баланың телен шымарта, милли кейем, биҙәүестәр менән таныштыра. 

Өләсәй-олатайҙарҙың ейәндәренә бүләк итеүе лә ҡыуандыра. Уйынсыҡтарҙы илебеҙҙең төрлө өлкәләренән, хатта сит илдәрҙән дә һорауҙары милләттәштәремдең тыуған еренән алыҫта булып та башҡорт телен һәм рухын һаҡларға тырышыуҙарын күрһәтә», – ти Руфиә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас