+30 °С
Болотло


Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – Ҡолой ауылында урынлашҡан Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге китапхананы күреү, китапханасылар менән осрашыу, яҙыусының музейын күреү ине.
Китапханала башҡорт телендә китаптар ҙа, гәзит-журналдар ҙа бар. Баш редакторыбыҙ, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова автографын яҙып, үҙенең китаптарын бүләк итте.
Артабан беҙ Кәтибә Кинйәбулатованың музейына индек. Музей бай. Яҙыусыбыҙҙың шәхси кейемдәре, әйберҙәре, телефоны, мебеле, ҡулъязмалары, фотолары һәм башҡа бик күп материалдар бар.
Яҙыусыбыҙ тураһында байтаҡ мәғлүмәт алып, уның рухын тойоп сыҡтыҡ.