+30 °С
Болотло

Өфө – йәштәр ҡалаһы!

Йылайыр ҡыҙы Гөлназ Солтанғоловаға – 19 йәш. Йәшлегенең иң гүзәл мәлен кисергән һылыу – Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт-ҡытай бүлегенең икенсе курс студенткаһы. Бәләкәстән тырыш ҡыҙҙың нәҡ ошо факультетты һайлауы  һис кенә лә осраҡлы түгел: «Туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға һөйөүҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған  әсәйем Фирҙәүес Әбделхаҡ  ҡыҙы тәрбиәләне. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау торманы», – ти ул.

Өфө – йәштәр ҡалаһы!Өфө – йәштәр ҡалаһы!
Өфө – йәштәр ҡалаһы!

Ҡыҙының ижади һәләттәрен үҫтерергә әсә кеше бар көсөн һала: Гөлназ Юлдыбай урта мәктәбендә урынлашҡан Йылайыр музыка мәктәбе филиалының фортепиано класында шөғөлләнә, шашка, баскетбол түңәрәктәренә йөрөй. Шашка буйынса район, төбәк-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай, спортта «Иң яҡшы баскетболсы» булып таныла, ГТО-ны алтын билдәгә тапшыра. Өҫтәүенә оҫта итеп бейей ҙә – «Сатҡылар» бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисткаһы була. Бейеүгә булған һөйөүе уны 15 йәшендә «Байыҡ» республика балалар телевизион бәйгеһенә алып килә. Сибайҙа үткән конкурста Гөлназ лауреат исемен яулай. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһенең район, төбәк этаптарында ҡатнаша, ә ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән конкурста иһә еңеүгә лайыҡ була. Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙең «Халҡым өсөн» республика бәйгеһендә лә алдынғылыҡты бирмәй тере һүҙ ҡәҙерен белгән Гөлназ.

Туғыҙынсы синыфтан һуң уҡыуын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам иткән ҡыҙ гимназияның «Аҡйондоҙ», артабан инде университеттың «Йәшлек» бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнә. Талантлы хореограф Йәмилә Бикбаева махсус Гөлназ өсөн ҡуйған «Шаян ҡыҙ» бейеүе менән «Байыҡ» республика телевизион бәйгеһендә 2-се, «Йәшлек» ансамбле менән Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған «Бейеүсе баш ҡала» («Танцующая столица») конкурсында ошо уҡ бейеү менән 1-се урын яулай.

Юғары уҡыу йорто уҙғарған барлыҡ сараларҙың да уртаһында ҡайнай өлгөр ҡыҙ. Университеттың «Саф башҡортса» КВН уйындарында ла ҡатнаша. Сағыу тауышлы Гөлназға республика кимәлендә төрлө ижади кисәләрҙе алып барыуҙы ла ышанып тапшыралар. Хыялдары ла яҡты уның: башҡорт киноһында төшөү һәм башҡорт телен, мәҙәниәтен донъя кимәленә сығарыу, һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу. Тормош өндәүе итеп яратҡан шағиры Рәми Ғариповтың «Хаталар ҙа булыр тормошоңда, тик тормошоң хата булмаһын!» тигән шиғри һүҙҙәрен алған.

 

Айзилә Мортаева.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас