

Парлы һандуғастар Радмир менән Каринаның матур ғаиләһендә өсөнсөгә ҡыҙ бала тыуған!
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Беҙ Хәсәновтар ғаиләһен ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәпес һау-сәләмәт булһын, атай-әсәһен ҡыуандырып үҫһен!
“Беҙ хәҙер күп балалы ғаилә. беренсе ҡыҙыбыҙ 2017 йылғы, исеме Мәликә, икенсе ҡыҙыбыҙ Мирабела 2021 йылда донъяға килгәйне. Шулай итеп, һәр дүртенсе йыл ғаиләбеҙгә шатлыҡ өҫтәп, бәпестәр тыуа”, - тип шатлығы менән бүлеште бәхетле атай. Ғаилә башлығы – Радмир Хәсәнов Ҡала мәҙәниәт һарайында бына инде ун йыл солист. Кәләше Карина ла вокалист, ул “Химиктар” мәҙәниәт һарайында эшләй. Йырсылар ғаиләһе МХО-ға арналған хәйриә концерттары ла ҡуя.
“Кәләшем әлегә бәпәй менән ултыра, шуға артабан был концерттарҙы мин үҙем ойошторормон”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радмир Хәсәнов.
Фотола Хәсәновтарҙың бәхетле ҡаиләһе.
Фото ғаилә архивынан.