

Төбәк етәксеһе «Ватанды Һаҡлаусылар»дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары ҡабул иткән кабинеттарҙы ҡараны. Үҙәктә МХО-ның ҡатнашыусылары һәм ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары психолог, медицина хеҙмәткәре, мәшғүллек хеҙмәте һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы белгестәренән консультация ала ала.
Бында бөтә хеҙмәттәр ҙә «берҙәм тәҙрә»форматында күрһәтелә. Шулай уҡ бинала Башҡортостандың МХО ветерандары Ассоциацияһы бүлексәһенең кабинеты урынлашҡан.
Үҙәк директоры Гөлназ Сәхәбетдинова билдәләүенсә, биналарҙы капиталь ремонтлауға һәм уларҙы йыһазландырыуға ҡала бюджетынан 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ауыр хәрәкәт итеүселәргә уңайлы булһын өсөн 250 килограмм йөк күтәреү һәләтенә эйә күтәргес ҡуйылған.
- Яңы үҙәк МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары өсөн кәрәкле ярҙам алыу урыны буласаҡ, бындай үҙәкте асыу – социаль ярҙам күрһәтеүҙә һәм реабилитациялауҙа мөһим аҙым, – тине Гөлназ Сәхәбетдинова.
Бынан тыш, яугирҙарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының үҙәктә ижади оҫтаханаға, сәләмәт йәшәү рәүеше кабинетына, түңәрәк эше өсөн бүлмәгә йөрөү мөмкинлеге бар. - Мин һәр муниципалитетта ошондай үҙәк булһын тигән бурыс ҡуйҙым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Алғы һыҙыҡтан 2 700 кеше ҡайтты ла инде. Артабан да республикала ошондай учреждениелар асыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Материал, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-posetil-centr-podderzhki-uchastnikov-svo-v-oktyabrskom-83512/