-Мин Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында тыуып үҫтем. Ҡарт ҡартатайым Әйүпов Ҡотлозаман Сығышы менән Ырымбур өлкәһе Әсекәй районының Иҫке Солтанғол ауылынан булған, ырыуыбыҙ ҡыпсаҡ. Граждандар һуғышы осоронда чекист булараҡ Ҡырғыҙстанға ебәрелгән ҡартатайыбыҙ шунда төпләнә.2015 йылдан Алтай крайының Барнаул ҡалаһында йәшәйем.Алтай дәүләт медицина университетының тарих кафедраһы мөдире булып эшләйем.
-Ҡоролтайҙа һеҙ күптәнме?
-2004 йылда Ҡырғыҙстанда йәшәгән сағымда “Илкәйем” татар-башҡорт мәҙәни үҙәгендә йәштәр секцияһы етәксеһе булдым. 2006 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһымын.2015 йылдың декабренән Барнаул ҡалаһында ойошторолған “Урал” башҡорт мәҙәни клубын етәкләйем. Дүрт тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булып ҡатнаштым, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләндем.
-Ойошма ниндәй эштәр башҡара һәм алдағы көндәргә ниндәй пландар менән йәшәй?
-Бик күп сараларҙа ҡатнашабыҙ. Ҡала көнөндә тирмә ҡороп, милли кейемдәрҙә ҡала халҡын башҡорт тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, йолалары менән таныштырабыҙ, милли ризыҡтарыбыҙ менән һыйлайбыҙ. Яҙ көнө Һабантуй байрамы ойошторабыҙ, мәктәп, китапхана, музейҙарҙа илһөйәрлек, башҡорт халҡы тураһында сығыштар яһайбыҙ. Эргәләге Рәсәй Федерацияһы төбәге Алтай республикаһында (беҙ Алтай крайы – айырым төбәк) Рәсәй көнөндә йыл һайын Милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла, унда ҡатнашабыҙ, лауреат дипломдары алып ҡайтабыҙ. “Күп милләтле Алтай” журналында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, тарихыхаҡында мәҡәләләр баҫылып тора. Мәҫәлән, Алтай крайында бал ҡортон үрсетеүҙәБашҡортостан умартасылары ҙур ярҙам күрһәткән, крайға иң беренсеБөрйән бал ҡорттары килтерелгән. Алдағы пландарға килгәндә, эшебеҙҙе һүлпәнәйтмәй артабан дауам итеү. Әлеге ваҡытта “Урал” клубының 10 йыллығын,Шәжәрә байрамын үткәреүгә әҙерлек эштәре бара.Беҙҙең клубҡа сығыштары менән Башҡортостандан булған, нәҫелендә башҡорт ҡаны аҡҡан төрлө милләт вәкилдәре лә килә, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына оҙаҡ эшләүен, сәскә атыуын теләйем. Ҡоролтай барлыҡ башҡорт ойошмалары менән дә тығыҙ бәйләнештә, методик һәм мораль яҡтан ярҙам күрһәтә.Беҙ быны тойоп йәшәйбеҙ һәм шуның өсөн рәхмәтлебеҙ.
Регина Камалова.
Фото И. Әйүповтың ғаилә архивынан.