+30 °С
Болотло

ОЛО ЮЛ БАШЫ. Иҫтәлек. Миләүшә Ғәйфуллина.

Минең әсәйем Ғәйфуллина (Әлибаева) Рәшиҙә Сәлимгәрәй ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында донъяға килә. Ата-әсәһенең иркә, наҙлы ҡыҙы биш йәшендә әсәйһеҙ ҡала.  Бәпесләгәндә йән биргән әсәһе фанилыҡҡа күскәндән һуң, атаһы оҙаҡ тормай, күрше ауылдағы Гөлбикә исемле йәш ҡатынды алып ҡайта. Матур  йәшәүҙәре оҙаҡҡа бармай.  Һуғыш башлана.  Туғыҙ йәшендә ҡыҙ, һуғышҡа киткән атаһынан "похоронка" алып, тулы йәтим булып ҡала.  Үгәй әсә, миңә бәпес ҡарашырһың һылтауы менән әсәйемде  алып, үҙ ауылына, әлегәсә бикле торған өйөнә ҡайтып китә. Тамаҡтары ашҡа туймай, өҫтәре кейемгә...  Бөтә йорт-ҡура эше туғыҙ йәшлек ҡыҙ елкәһенә күсә.  Тора бара мәктәпкә йөрөүҙән дә тыя үгәй әсә. Әсәйемдең тормошо беҙ әкиәттәрҙә уҡыған "Үгәй әсә һәм етем ҡыҙ"ға оҡшай... 

ОЛО ЮЛ БАШЫ. Иҫтәлек. Миләүшә Ғәйфуллина.ОЛО ЮЛ БАШЫ. Иҫтәлек. Миләүшә Ғәйфуллина.
ОЛО ЮЛ БАШЫ. Иҫтәлек. Миләүшә Ғәйфуллина.

Онотҡанда бер булһа ла,   ауылда кейәүҙә булған апаһы килеп һеңлеһенең хәлен белешеп йөрөй. Бик ҡайғыра, тик үгәй әсә һеңлеһен бирмәй.  Ә инде  апаһының ире һуғыштан яраланып ҡайтып, мантый алмай үлеп ҡалғас,   ул  әсәйемде төндә килеп , урлап алып ҡайтып китә. Ҡыҙ яңынан уҡыуын дауам итә. Уҡымай үткәргән йылдары арҡаһында, уға үҙенән бәләкәй йәштәге балалар менән уҡырға тура килә.  Ҙур тырышлығы арҡаһында ул тиҫтерҙәрен ҡыуып етә. Бик яҡшы уҡый.  Тырыш ҡыҙҙы район үҙәгендә бик тиҙ күреп алалар. Ете класты тамамлағандан һуң, Ҡабаҡ ауылына, үҙенән күпкә өлкән апай-ағайҙарҙы уҡытырға ебәрәләр. Әсәйем ситтән тороп Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инә һәм уңышлы тамамлай.

Йәй көндәре апаһы менән еләк-емеш йыйып Өфөгә килтереп һатып  өҫтәрен бөтәйтеп, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары алалар.  Тормоштары шулай яйлап көйләнә... 

 

Беренсе кластан бер парта артында бергә ултырып уҡыған  атайым - Муса исемле егет менән дуҫлашып йөрөп,  ғашик булып, өйләнешәләр һәм Алтын туйҙарынаса бергә татыу ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәйҙәр.


 

 

 

 УҠЫТЫУСЫ БАЛАҺЫ

 
Ни өсөндөр үҙемде һаман да уҡыусы итеп тоям. Әсәй, һин мине атайым менән бергә беренсе тапҡыр 1 синыфҡа мәктәпкә алып барғайнығыҙ. Миңә генә түгел, беҙҙең ауылдың бик күп уҡыусыларына һинең уҡыусың булыу бәхете тейҙе.. Улар бының менән ҡалай ғорурлана ине. Ә мин икеләтә-өсләтә ғорурландым, сөнки һин минең уҡытыусым ғына түгел, ә ғәзиз әсәйем дә.
Уҡытыусы балаһы булыуҙың бик яуаплы "миссия" икәнен мин бәләкәй сағымдан уҡ яҡшы аңлай инем. Һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым.Әлегеләй хәтеремдә: мине алдыңа ултыртып, арҡамдан тупылдатып һөйөп:
- Ҡыҙым, үҙемдең балам насар билдәләр алып, тәртипһеҙ булһа, мин ниндәй йөҙ менән уҡыусыларымдан яҡшы булыуҙарын талап итәйем. Һин үрнәк булырға тейешһең, сөнки һин – уҡытыусы ҡыҙы, минең ҡыҙым, - тинең.
Был "дәресең" минең күңелемә мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Бөгөн үҙем дә уҡытыусы булараҡ, һинең һүҙҙәреңде үҙб алаларыма ҡабатлайым. Ә улар тәртиптәре, яҡшы уҡыуҙары менән мине ҡыуандырып йәшәтә.
Уҡыусыларымды мин дә үҙ балаларымды яратҡан кеүек яратам. Хатта ҡайһы саҡта нығыраҡ та кеүек, сөнки уларға иғтибар күберәк бүленә. Ә кис эштән арып ҡайтҡас, үҙемдекеләргә хәл ҡалмай, ваҡыт та етмәй. Иң мөһиме: ғаиләм мине аңлай һәм ярҙам итә.
Эшемдә, әсәй, һинән күргән эш тәжрибәләренә, ысулдарға таянам, һинең менән кәңәшләшәм һәм методикаңдың бөгөн дә актуаль булыуына инанам. Һин әйтмешләй, уҡыусыларҙың ихтирамын яулау өсөн белемле, кешелекле, кеселекле булырға кәрәк.
Мәктәп эше, йәмғиәт эше, йорт эше, ишле ғаилә... Уйлап ҡараһаң, башҡа һыймаҫтай хәл! Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тиһәләр ҙә, һинең, әсәй, ҡурҡып торорға ваҡытың да булмағандыр, сөнки бөтәһенә лә өлгөрөргә, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Ҡырҡ йыл тынғыһыҙ уҡытыу эше...
Ғүмер үтеп, Һеҙ атайым менән тигеҙ олоғайып, беҙ өлкәнәйгән һайын һеҙгә булған һөйөү, ихтирам тағы ла арта, ғәзиз ,йылы нигеҙебеҙ нығыраҡ һағындыра. Әүәлге бәхетле, бер ҡайғыһыҙ, ел-ямғырһыҙ бала саҡҡа ҡайтҡыкилә.
Әсәй, һиңә мәктәп эше менән районға, конференцияларға, кәңәшмәләргә, курстарға китергә тура килгән саҡтарҙа, беҙҙең атайыбыҙ менән бергә донъя көтөүебеҙ һағындыра. Һинең эштән ҡайтыуыңа концерт номерҙары әҙерләп, теҙелеп ҡаршы алыуҙарыбыҙ, һинең менән һирәк-мирәк сабыйҙарса онотолоп уйнауҙар... Саҡ ҡына эштән бушаған араңда, биш ҡыҙыңа ҡурсаҡтыҡы кеүек матур күлдәктәр тегеп кейҙереп, таҡмаҡ әйтеп бейетеп ҡыуаныуың, тәмлекәстәр бешереп һыйлауҙарың һағындыра. Биш ҡыҙың араһында мин иң шуғы, иң шаяны инем. Ҡайһы саҡ кәйефеңде лә ҡырғанмандыр, ғәфү ит !
Урамда көҙ. Мин яратҡан тылсымлы, алтын көҙ. Уттай янып, бар тәбиғәткә йәм биреп ултырған балан тәлгәштәре, көҙгө саф һауа, мәктәптәге тәүге ҡыңғырау, балаларҙың шат тауыштары донъяның матурлығы һәм фанилығы тураһында һөйләй. Киң донъяға оло юл башы мәктәп һуҡмағынан, мәктәп тупһаһынан, изге күңелле беренсе уҡытыусынан башлана. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙе "уҡытыусы балаһы" итеп тойоп, уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышайыҡ. Сөнки, Һеҙ уҡытыусығыҙға һәр саҡ үҙ балаһындай яҡынһығыҙ, ҡәҙерлеһегеҙ. Ул үҙен һеҙҙең өсөн һәр саҡ яуаплы тоя.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА                                      

Фото авторҙың ғаилә архивынан.

Автор:
Читайте нас